Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 15:17 - Башкирский ВЗ (неполный)

17 Бына бер саҡ, ҡояш байып, ҡараңғы төшкәс, мейестән бөркөлгәндәй төтөн үә ялҡын хасил булды һәм урталай киҫелгән түшкәләр араһынан үтеп китте.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

17 Бына бер саҡ, ҡояш байып, ҡараңғы төшкәс, мейестән бөркөлгәндәй төтөн үә ялҡын хасил булды һәм урталай киҫелгән түшкәләр араһынан үтеп китте.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 15:17
13 Iomraidhean Croise  

Ибрам әйтелгәндәрҙе алып килеп салды ла, һәр береһен урталайға бүлеп, киҫәктәрҙе бер-береһенә тәңгәлләп һалып ҡуйҙы; ҡоштарҙы ғына икегә бүлмәне.


Синай тауын тотош төтөн ҡаплағайны, сөнки Раббы уның өҫтөнә ут эсендә төштө. Тауҙан мейестән сыҡҡан һымаҡ төтөн бөркөлә, тау бик ныҡ һелкенә ине.


Бөтөн халыҡ күк күкрәгәнен, ялағай ялтырағанын, мөгөҙ борғо ғорлағанын, тау төтәгәнен ишетеп-күреп, ҡурҡыуҙан дер ҡалтыраны һәм артҡараҡ сигенә барҙы.


Еңеүе таң һымаҡ нурланып балҡығанға, Ҡотолоуы ялҡын кеүек янғанға тиклем Сионды яҡлап һүҙ әйтмәйенсә тормам, Йәрүсәлимде хәстәрләүҙән туҡтамам.


Мин ата-бабаларығыҙҙы Мысырҙан, тимер иретә торған мейестән, алып сыҡҡан саҡта ошоларҙы бойорҙом. Мин уларға: „Әйткәндәремде тыңлағыҙ, бөтә бойороҡтарымды еренә еткереп үтәгеҙ, шул саҡта һеҙ Минең халҡым булырһығыҙ, Мин һеҙҙең Аллағыҙ булырмын.


Ә һеҙгә килгәндә иһә, бөгөн күргәнегеҙсә, Раббы һеҙҙе Үҙенең халҡы, Үҙ биләмәһе итер өсөн тимер иретә торған мейестән, Мысырҙан, алып сыҡты.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan