Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 15:14 - Башкирский ВЗ (неполный)

14 Әммә Мин һинең нәҫелеңде ҡол иткән халыҡты хөкөм итәсәкмен. Шунан һуң нәҫел-ырыуың унан бик ҙур байлыҡ менән сығыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

14 Әммә Мин һинең нәҫелеңде ҡол иткән халыҡты хөкөм итәсәкмен. Шунан һуң нәҫел-ырыуың унан бик ҙур байлыҡ менән сығыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 15:14
24 Iomraidhean Croise  

Шунан Исраил Йософҡа былай тине: – Мин оҙаҡламай үлермен. Ләкин Алла һеҙҙең менән буласаҡ, ул һеҙҙе ата-бабаларығыҙҙың еренә кире ҡайтарасаҡ.


Бер көндө Йософ туғандарына: – Оҙаҡламай мин үлермен, – тине. – Ләкин бер көн килер: Алла һеҙгә ярҙам итер, һеҙҙе бынан Үҙе Ибраһимға, Исхаҡҡа һәм Яҡупҡа бирергә ант иткән ергә алып китер.


Уларҙы күрә алмаусылар аяуһыҙ иҙҙе, Улар буйһонорға мәжбүр булды.


Исраилдарҙы уртаһынан сығарҙы, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек.


Төн менән идара итер өсөн Ай һәм йондоҙҙарҙы ҡуйған, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек.


Эй мәкерле, телең һинең һәләкәт ниәтләй, Ул үткер бысаҡҡа оҡшаш.


Төн уртаһы етеү менән Раббы Мысыр ерендәге бөтә баш ир баланы үлтерҙе. Тәхеттә ултырған фирғәүендекен дә, зиндандағы тотҡондоҡон да ҡалдырманы; мал-тыуарҙың тәүге түлен дә ҡазаланы.


Шуға күрә лә, бар! Мин һине фирғәүен янына ебәрәм: халҡым исраилдарҙы Мысырҙан алып сыҡ!


Ә һеҙгә килгәндә иһә, бөгөн күргәнегеҙсә, Раббы һеҙҙе Үҙенең халҡы, Үҙ биләмәһе итер өсөн тимер иретә торған мейестән, Мысырҙан, алып сыҡты.


Күҙ алдыбыҙҙа Мысырға, фирғәүенгә һәм уның халҡына ҡаршы хикмәттәр, бөйөк мөғжизәләр һәм язалар ҡылды.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan