Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 15:1 - Башкирский ВЗ (неполный)

1 Ошо ваҡиғаларҙан һуң, Раббы Ибрамға бер күренмештә: – Ҡурҡма, Ибрам. Мин – һинең Ҡалҡаның. Һиңә бүләгем мул булыр, – тине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

1 Ошо ваҡиғаларҙан һуң, Раббы Ибрамға бер күренмештә: – Ҡурҡма, Ибрам. Мин – һинең Ҡалҡаның. Һиңә бүләгем мул булыр, – тине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 15:1
65 Iomraidhean Croise  

Әммә Ибрам: – Эй Раббы Хакимым! Миңә нимә бирмәксеһең? Бала атаһы була алманым. Вариҫым кем бит – Дамаск кешеһе Әлиғәзәр, – тине.


Раббы тағы өндәште: – Юҡ, ул һинең вариҫың булмаясаҡ, үҙ балаң вариҫың буласаҡ.


Алла ир баланың тауышын ишетте. Алла фәрештәһе күктән Хәжәргә: – Һиңә ни булды, Хәжәр? – тип өндәште. – Ҡурҡма, балаңдың илаған тауышын Алла ишетте.


Ошо ваҡиғаларҙан һуң бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Алла Ибраһимды һынап ҡарарға булды.


Ошо ваҡиғаларҙан һуң бер аҙ ваҡыт үткәс, Ибраһимға: «Ҡустың Нахорға ҡатыны Милка һигеҙ ул табып бирҙе, – тип хәбәр иттеләр. –


Шул төндә уға Раббы күренде. – Мин Ибраһимдың, һинең атайыңдың Аллаһымын, – тине Ул. – Ҡурҡма, Мин һинең менән. Һиңә фатихамды бирермен һәм ҡолом Ибраһим хаҡына тоҡомоңдо арттырырмын.


ә ул мине алдап, билдәләгән хаҡты гел үҙгәртеп торҙо. Тик Алла уға миңә ҡарата яуызлыҡ эшләргә юл ҡуйманы.


Раббы ҡорамы ихатаһында, Һинең уртаңда, эй Йәрүсәлим! Раббыны данлағыҙ!


Үткән дәүерҙәрҙе иҫкә алам, Ҡылған ғәмәлдәреңде барлайым, Ҡулдарыңдың эше хаҡында уйланам.


Күктәр Алланың шөһрәтен һөйләй, Күк көмбәҙе иғлан итә ҡулдарының эшен.


Дауыттың мәҙхиәһе. Һиңә, Раббы, ялбарып өндәшәм, Ҡаям минең, өнһөҙ ҡала күрмә. Әгәр яуап ҡайтармаһаң, Ҡәбергә төшкәндәргә оҡшап ҡалырмын.


«Алла уны ҡотҡармаясаҡ!» – тигәндәр Эргә-тирәмдә бихисап. Села


Ә һин, Раббы, мине уратҡан ҡалҡанһың; Һин – даным, башымды юғары сөйҙөрөүсе.


Һиндә ышыҡ тапҡандар барыһы ҡыуанһындар, Һин уларҙы ҡурсалаған өсөн Әйҙә мәңге шатланып гөрләшһендәр! Исемеңде яратҡандар, әйҙә Һиндә һөйөнөс тапһындар.


Тоғро мөхәббәтең менән, Аллам, мине етәкләрһең! Дошмандарымдың тәҡдирен күрһәтерһең.


Мөхәббәт менән тоғролоҡ осрашасаҡ, Хаҡлыҡ менән именлек үбешәсәк.


Раббы Алланың әйткәненә ҡолаҡ һалам. Халҡына, тоғро ҡолдарына именлек вәғәҙә итә, Тик мәғәнәһеҙ юлдарға ҡайтмаһындар.


Яҡшылыр быларҙы һөйләү көйгә һалып Ун ҡыллы арфа һәм лира сиртә-сиртә!


Әммә Муса халыҡҡа: – Ҡурҡмағыҙ! – тине. – Тик кенә тороғоҙ, бөгөн Раббының һеҙҙе нисек ҡотҡарғанын күрерһегеҙ. Әле күргән мысырҙарҙы башҡаса мәңге күрмәҫһегеҙ!


Яман әҙәмдең ҡаҙанышы – алдатҡыс, игелек иккәндең әжере ышаныслы.


Алланың һәр әйткәне һыналған һәм саф: Ул – Үҙенә һыйынғандар өсөн ҡалҡан.


Ҡурҡаҡ йөрәклеләргә әйтегеҙ: «Ҡыйыу булығыҙ, ҡурҡмағыҙ! Бына һеҙҙең Аллағыҙ, Үс алыр, ҡон ҡайтарыр өсөн килә. Килер ҙә һеҙҙе ҡотҡарыр».


Бына, Хакимыбыҙ Раббы көс-ҡеүәте менән килә, Ул Үҙенең ҡөҙрәте менән хакимлыҡ итер. Бүләге Үҙе менән, Алдынан әжере килә,


Ҡурҡма, сөнки Мин һинең менәнмен; Ҡаушама, сөнки Мин һинең Аллаң. Һиңә ҡеүәт бирермен, ярҙам итермен. Еңеү ҡаҙанған уң ҡулым менән һиңә терәк булырмын.


„Эй ер ҡорто булған Яҡуп нәҫеле; Эй Исраил халҡы, ҡурҡма! Мин һиңә ярҙам итермен, – тип белдерә Раббы, Мин Исраилдың Изгеһе, Һинең ҡотҡарыусыңмын.


Инде иһә, эй Яҡуп, һине яратҡан, Эй Исраил, һине бар ҡылған Раббы былай ти: «Ҡурҡма, сөнки һине йолоп алдым, Һине исемләп саҡырҙым, һин – Минеке!


Ҡурҡма, Мин һинең менәнмен! Тоҡомоңдо көнсығыштан алып килермен, Һеҙҙе көнбайыштан йыйып алырмын.


Һине яратҡан, Әсә ҡарынында рәүеш биргән, Һинең ярҙамсың булған Раббы былай ти: „Ҡурҡма, эй ҡолом Яҡуп, Үҙем һайлап алған Йешурун!


Дәһшәткә төшмәгеҙ, ҡурҡмағыҙ: Мин быларҙы борондан уҡ һеҙгә белдермәнемме ни? Һеҙ – Минең шаһиттарым. Минән башҡа алла бармы? Башҡа Ҡая юҡ; Мин бүтәнде белмәйем!»


«Һеҙҙе йыуатыусы Мин генә, Мин! – ти Раббы. – Ниңә һеҙ фани кешенән – Үләндәй һулыған әҙәм балаһынан ҡурҡаһығыҙ?


Әммә ул көндө һине ҡотҡарырмын, – тип белдерә Раббы. – Ҡурҡҡан кешеләреңдең ҡулына эләкмәҫһең.


Үҙ-үҙемә әйтәм: «Раббы – минең насибым, Шуға күрә Раббыға өмөт бағлайым».


Утыҙынсы йылда, дүртенсе айҙың бишенсе көнөндә, Кевар йылғаһы буйында, һөргөндә йәшәүселәр араһында булған сағымда, күк ҡабағы асылды ла миңә Алланан күренмештәр булды.


Алланың Рухынан килгән күренмештә Рух мине күтәреп алды ла халдейҙар еренә, һөргөндәгеләр янына, алып килде. Шунан мин күргән күренмеш юҡҡа сыҡты.


Ул миңә: – Эй әҙәм улы, инде Исраил нәҫеленә бар, уларға Минең һүҙҙәремде һөйлә.


– Инде һүҙемде тыңлағыҙ! – тине Раббы. – Арағыҙҙа Раббы пәйғәмбәре булһа, Мин уға күренмештә асылам, Уның менән төшөндә һөйләшәм.


Раббы Һарунға былай тине: – Исраилдар ерендә һинең биләмәң булмаҫ, улар араһында өлөшөң дә булмаҫ. Исраилдар араһында һинең өлөшөң дә, биләмәң дә – Мин.


Алла һүҙҙәрен ишеткән, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең күрһәткәнен күргән; Ергә ҡапланһа ла, күҙе асыҡ булған заттың әйткәне:


Ҡәрҙәштәре араһында левиҙәргә биләмә теймәҫ. Раббының уларға әйткән һүҙе буйынса, уларҙың биләмәһе – Раббы Үҙе.


Ныҡ һәм ғәйрәтле булығыҙ, ҡурҡмағыҙ, ҡаушап ҡалмағыҙ, сөнки Аллағыҙ Раббы Үҙе һеҙҙең менән бара – Ул һеҙҙе яңғыҙ ҡалдырмаҫ, ташлап китмәҫ.


Ҡылған игелегең өсөн Раббы һиңә рәхмәтен бирһен! Исраил Аллаһы Раббының ҡанаты аҫтына һыйынырға тип килгән һине Раббы Үҙе бүләкләһен, – тине.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan