11 Еңеүселәр Содом менән Ғамораның бөтә байлығын, туплаған аҙыҡ-түлеген таланы.
Ул үҙе менән бергә ҡатыны Сараяны, ҡустыһының улы Лутты, Харанда йыйған барлыҡ мөлкәтен, эйә булған бөтә хеҙмәтселәрен алып, Ҡәнғәнгә юл тотто. Ҡәнғәнгә килеп еттеләр.
Сиддим үҙәнендә ыҫмалалы соҡорҙар күп ине. Содом менән Ғамора батшаларының яугирҙәре ҡасып барғанда ошо соҡорҙарға батты, тере ҡалғандар тауҙарға ҡасты.
Ибрамдың Содомда йәшәгән туғаны Лутты ла бөтә мөлкәте менән бергә алып киттеләр.
Ибрам талап алынған бөтә байлыҡты, әсир ителгән кешеләрҙе, ҡатын-ҡыҙҙарҙы, бар мал-мөлкәте менән Лутты ҡотҡарып алып ҡайтты.
Содом батшаһы Ибрамға: – Миңә кешеләремде ҡайтарһаң булды, ә мал-мөлкәтте үҙеңә ҡалдыр, – тине. Әммә Ибрам Содом батшаһына:
Күҙ алдыңда үгеҙеңде һуйырҙар – итен ашай алмаҫһың; ишәгеңде күҙ алдыңда алып китерҙәр, кире бирмәҫтәр; һарыҡтарың дошмандарға булыр – бер кем дә һине яҡламаҫ.
Ботоғоҙҙо, тубығығыҙҙы сиҡан баҫыр. Унан дауалана алмаҫһығыҙ: ул башығыҙҙан алып табанығыҙға тиклем ҡаплап алыр.
Һеҙҙе бөлдөрөп юҡ иткәнгә тиклем малығыҙҙы, ерегеҙҙең уңышын ашап бөтөр. Һеҙгә икмәк тә, шарап та, зәйтүн майы ла, һыйырҙарығыҙҙың быҙауҙарын, һарыҡтарығыҙҙың бәрәстәрен дә бирмәҫ.