6 Малдары күбәйеп киткәнгә күрә, уларға бергә йәшәр өсөн ер етмәй башланы.
Сарая арҡаһында фирғәүен Ибрамға яҡшы мөнәсәбәттә булды. Ибрамдың эштәре көйләнде: уның һарыҡтары, һыйырҙары, ишәктәре, ҡолдары менән ҡолиәләре һәм дөйәләре ишәйеп китте.
Ул үҙе менән бергә ҡатыны Сараяны, ҡустыһының улы Лутты, Харанда йыйған барлыҡ мөлкәтен, эйә булған бөтә хеҙмәтселәрен алып, Ҡәнғәнгә юл тотто. Ҡәнғәнгә килеп еттеләр.
Ибрам бик байыҡҡайны – мал-тыуары ла, алтын-көмөшө лә күп ине.