5 Ибрам менән бергә күсенеп йөрөгән Луттың да мал-мөлкәте, сатырҙары бар ине.
Ибрам, Раббы бойорғанса, юлға сыҡты. Лут та уның менән бергә китте. Харандан сыҡҡанда Ибрамға етмеш биш йәш ине.
Ул үҙе менән бергә ҡатыны Сараяны, ҡустыһының улы Лутты, Харанда йыйған барлыҡ мөлкәтен, эйә булған бөтә хеҙмәтселәрен алып, Ҡәнғәнгә юл тотто. Ҡәнғәнгә килеп еттеләр.
Малдары күбәйеп киткәнгә күрә, уларға бергә йәшәр өсөн ер етмәй башланы.
Малайҙар үҫте. Ғаяз гел ялан ҡыҙырыр булды, мәргән һунарсы булып китте, ә Яҡуп сатырҙан сыҡмай торған тыныс егет ине.
Ғаданың Явал исемле улы тыуҙы. Явал мал аҫрап сатырҙа йәшәгән халыҡтарҙың тәүбабаһы булды.
Уларҙың сатырҙарын һәм көтөүҙәрен, Сатыр шаршауҙарын, барлыҡ ҡаралдыһын, Дөйәләрен тартып аласаҡтар. „Тирә-яҡта – дәһшәт!“ – тип ҡысҡырасаҡтар.