2 Ибрам бик байыҡҡайны – мал-тыуары ла, алтын-көмөшө лә күп ине.
Сарая арҡаһында фирғәүен Ибрамға яҡшы мөнәсәбәттә булды. Ибрамдың эштәре көйләнде: уның һарыҡтары, һыйырҙары, ишәктәре, ҡолдары менән ҡолиәләре һәм дөйәләре ишәйеп китте.
Малдары күбәйеп киткәнгә күрә, уларға бергә йәшәр өсөн ер етмәй башланы.
Ибраһим ҡартайғайны, йәше өлкәнәйгәйне инде. Раббы уға һәр йәһәттән фатихалы булды.
Раббы минең хужамды мөбәрәк ҡылды, ул бик байып китте: эреле-ваҡлы малдары ла, алтын-көмөшө лә, ҡол һәм ҡолиәләре лә, дөйә-ишәктәре лә күп уның.
Уның эреле-ваҡлы малдары, хеҙмәтселәре күбәйҙе. Пелештиҙәр унан көнләшә башланы.
Яҡуп ифрат ныҡ байып китте, кәзә-һарыҡ көтөүҙәре, ҡолдары һәм ҡолиәләре, дөйә-ишәктәре күбәйҙе.
Раббы фатихаһы кешене байыта, һин уның менән ҡайғы белмәҫһең.
Аллаң Раббыны иҫеңдә тот, сөнки Ул һиңә байлыҡ табырға көс бирә – ата-бабаларың менән антлашып төҙөгән килешеүҙе шул рәүешле Ул бөгөнгәсә үтәп килә.