Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 12:5 - Башкирский ВЗ (неполный)

5 Ул үҙе менән бергә ҡатыны Сараяны, ҡустыһының улы Лутты, Харанда йыйған барлыҡ мөлкәтен, эйә булған бөтә хеҙмәтселәрен алып, Ҡәнғәнгә юл тотто. Ҡәнғәнгә килеп еттеләр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

5 Ул үҙе менән бергә ҡатыны Сараяны, ҡустыһының улы Лутты, Харанда йыйған барлыҡ мөлкәтен, эйә булған бөтә хеҙмәтселәрен алып, Ҡәнғәнгә юл тотто. Ҡәнғәнгә килеп еттеләр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 12:5
13 Iomraidhean Croise  

Уларҙың биләмәләре Сидондан алып Герар яғына табан Газаға тиклем, ә Содом, Ғамора, Адма һәм Севоим яғынан Лашағҡа тиклем һуҙыла.


Бына Терахтың нәҫел шәжәрәһе: Терахтың Ибрам, Нахор һәм Һаран тигән улдары булды. Һарандың Лут исемле улы тыуҙы.


Терах халдейҙарҙың Ур ҡалаһынан Ҡәнғән еренә күсеп китте. Үҙе менән улы Ибрамды, ейәне Лутты, Һарандың улын, Ибрамдың ҡатынын – килене Сараяны алды. Харанға еткәс, шунда төпләнеп ҡалдылар.


Ибрам менән бергә күсенеп йөрөгән Луттың да мал-мөлкәте, сатырҙары бар ине.


Малдары күбәйеп киткәнгә күрә, уларға бергә йәшәр өсөн ер етмәй башланы.


Туғанының әсиргә эләккәнен белгәс, Ибрам, үҙ йортонда тыуып үҫкән өс йөҙ ун һигеҙ хеҙмәтсеһен ҡоралландырып, дошман артынан ҡыуа сыҡты. Данға барып еткәс,


Содом батшаһы Ибрамға: – Миңә кешеләремде ҡайтарһаң булды, ә мал-мөлкәтте үҙеңә ҡалдыр, – тине. Әммә Ибрам Содом батшаһына:


Яҡуп, Беер-Шәвәғтән китеп, Харанға табан юл алды.


Ғаяз ҡатындарын, улдары һәм ҡыҙҙарын, янындағы бөтә кешеләрен, барлыҡ мал-тыуарын, Ҡәнғәндә тапҡан-таянған һәммә байлығын алды ла, ҡустыһы Яҡупты ҡалдырып, икенсе илгә күсте.


Ләкин ҡаһиндың аҡса түләп һатып алған ҡоло йәки уның йортонда тыуғандар был ризыҡты ашай ала.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan