32 Терах ике йөҙ ҙә биш йәшендә Харанда вафат булды.
Терах халдейҙарҙың Ур ҡалаһынан Ҡәнғән еренә күсеп китте. Үҙе менән улы Ибрамды, ейәне Лутты, Һарандың улын, Ибрамдың ҡатынын – килене Сараяны алды. Харанға еткәс, шунда төпләнеп ҡалдылар.
Раббы Ибрамға былай тине: – Ер-һыуыңды, туған-ырыуыңды, атаң йортон ҡалдыр ҙа Мин күрһәткән ергә кит.
Шунан ул хужаһының көтөүенән ун дөйә, шулай уҡ төрлө зиннәтле әйберҙәр алды ла Нахор йәшәгән ҡалаға – Арам-Наһараимға сәфәр сыҡты.
Ата-бабаларым тар-мар иткән ҡәүемдәрҙең илаһтары уларҙы ҡотҡарҙымы? Гозанды, Харанды, Ресефты, Телассарҙағы Ғеден халҡын ҡотҡара алдылармы?