1 Башта донъяла бер тел булып, кешеләр бер үк төрлө һүҙҙәрҙе ҡуллана ине.
Туфандан һуң Нух улдары нәҫеленән сыҡҡан һәм ырыу-ҡәбилә булып ер йөҙөнә таралған халыҡтарҙың нәҫел шәжәрәһе ошо.
Көнсығыштан күсеп барғанда кешеләр Шинғар ерендә тигеҙ урын таптылар ҙа шунда урынлаштылар.
– Бер үк халыҡ, бөтәһенең дә телдәре бер төрлө. Бына нимә эшләй башлағандар былар; ниәттәрен ғәмәлгә ашырмайынса туҡтамаясаҡтар! – тине Раббы. –
Ул көндө Мысырҙа Ҡәнғән телендә һөйләшкән һәм Күк ғәскәрҙәре Раббыһы исеме менән ант иткән биш ҡала буласаҡ. Уларҙың береһе Ҡояш ҡалаһы тип аталасаҡ.
«Шунан Раббыны исеме менән саҡырһындар, Бергәләшеп Уға хеҙмәт итһендәр өсөн Мин халыҡтарҙың ауыҙын пак ҡылырмын.