6 Хамдың улдары: Куш, Мисраим, Пут һәм Ҡәнғән.
Улар – һәр ҡайһыһы үҙ телдәрендә һөйләшеп, ырыу-ҡәбиләләр булып диңгеҙ ярында үҙ ерҙәрендә йәшәгән Йәфәҫ нәҫелдәре.
Икенсе йылға Гихон тип атала, ул Куш ерҙәре буйлап аға.
Нух биш йөҙ йыл йәшәгәндән һуң, уның Шем, Хам һәм Йәфәҫ исемле улдары тыуҙы.
Нухтың көплө кәмәнән сыҡҡан улдары – Шем, Хам һәм Йәфәҫ. Хам – Ҡәнғәндең атаһы.
Ҡәнғәндең атаһы Хам, уның яланғас ятҡанын күреп, был хаҡта ағаларына һөйләне.
Шул арҡала Раббы уларҙы юҡ итмәк булды, Әммә Муса – Алла һайлаған зат, Уның ҡаршыһына баҫып, Һәләкәтле ярһыуынан алып ҡалды.
Тоҡомдарын ҡәүемдәр араһына таратырға, Төрлө илдәргә сәсергә ниәт тотто.
Рәхмәт әйтеп ҡорбандар салһындар; Шатлана-шатлана Уның ҡылғандарын һөйләһендәр.
Ул көн Хаким ҡабат ҡулын һуҙыр, Үҙ халҡынан иҫән ҡалғандарҙы Ашшурҙан, Мысырҙан, Патростан, Куштан, Ғеламдан, Шинғарҙан, Хамаҫтан, Диңгеҙ буйындағы ерҙәрҙән кире ҡайтарыр.
Яуға ташланығыҙ, аттар, Елдерегеҙ, һуғыш арбалары! Ҡалҡан тотҡан Куш, Пут яугирҙәре, Йәйә киргән Луд һуғышсылары алышҡа инегеҙ!
Фарсы, Луд, Пут яугирҙәре Ғәскәреңдә хеҙмәт итте. Ҡалҡандарын, торҡаларын Ҡабырғаларыңа аҫтылар, Һиңә күркәм өҫтәнеләр.
Улар менән бергә һәр береһе ҡалҡанлы, торҡалы фарсыларҙы, куштарҙы, путтарҙы;