30 Уларҙың ерҙәре Мешанан көнсығышҡа табан Сефар тауҙарына хәтлем һуҙыла ине.
Офир, Хауила һәм Йовавтың тәүатаһы. Былар барыһы ла – Йоҡтандан таралған нәҫелдәр.
Былар – үҙ ерҙәрендә ырыу-ҡабилә булып йәшәгән, үҙ телдәрендә һөйләшкән Шем нәҫелдәре.
Билғам пәйғәмбәрлек итте: «Балаҡ мине Арамдан, Моав батшаһы көнсығыштағы тауҙарҙан саҡырҙы. «Кил, минең өсөн ләғнәт уҡы Яҡупҡа, Кил, Исраилға ҡарғыш һал!» – тине.