22 Шемдың улдары: Ғелам, Ашшур, Арпахшад, Луд һәм Арам.
Йәфәҫтең ағаһы Шемдың да балалары булды. Шем бөтә Ғевәр нәҫеленең атаһы ине.
Бына Шемдың нәҫел шәжәрәһе: Туфандан һуң ике йыл үткәс, Шемдың Арпахшад исемле улы тыуҙы.
Йәнә әйтте: – Шемдың Аллаһы Раббы мөбәрәк булһын! Ҡәнғән уға ҡол булһын.
Ул көн Хаким ҡабат ҡулын һуҙыр, Үҙ халҡынан иҫән ҡалғандарҙы Ашшурҙан, Мысырҙан, Патростан, Куштан, Ғеламдан, Шинғарҙан, Хамаҫтан, Диңгеҙ буйындағы ерҙәрҙән кире ҡайтарыр.
Миңә ҡурҡыныс бер илаһи күренмеш булды: Хыянатсы хыянат итә; талаусы – талай! «Эй Ғелам, һөжүм ит! Мадай, Бабилды ҡамауға ал! Бабил сәбәп булған барса һыҡтауҙарға сик ҡуям!»
Ғеламдар, уҡ-һаҙаҡ алып, Һуғыш арбаларында ла, һыбайлап та килә. Ҡыйр халҡы ҡалҡандарын күтәргән!
Араларына бер билдә ҡуясаҡмын. Иҫән ҡалғандарының ҡайһыларын ҡәүемдәргә – Таршишҡа, Пулға, йәйә киргәндәр иле Лудҡа, Тувалға, Яуанға, даным хаҡында ишетмәгән, шөһрәтемде күрмәгән алыҫтағы диңгеҙ буйҙарындағы халыҡтарға ебәрәсәкмен. Улар Минең шөһрәтемде был ҡәүемдәргә бәйән итәсәк.
Зимри, Ғелам, Мадайҙың барлыҡ батшаларына;
Ғелам да шунда, өйөр-өйөр халҡы менән үҙ ҡәберенең әйләнәһендә тора. Һәр береһе ҡылыстан үткәрелгән, үлгән һәм сөннәтһеҙ килеш түбәнге донъяға ингән. Тереләр донъяһына ҡурҡыу һала торғайнылар, инде мәсхәрәгә ҡалып үлем соҡорона ингәндәр менән бергәләр.
Мин Ғелам өлкәһендәге Шушан ҡәлғәһендә, Улай йылғаһы буйындамын, имеш.
Билғам пәйғәмбәрлек итте: «Балаҡ мине Арамдан, Моав батшаһы көнсығыштағы тауҙарҙан саҡырҙы. «Кил, минең өсөн ләғнәт уҡы Яҡупҡа, Кил, Исраилға ҡарғыш һал!» – тине.
Ләкин туҙҙырылырһың һин Ҡаин халҡы, Ашшур һине әсирлеккә алып киткәс.