16 шулай уҡ унан йевусиҙәр, әмөриҙәр, гиргашиҙәр,
хиууиҙәр, ғарҡиҙар, синиҙар,
Нәҫел-ырыуыңдың тик дүртенсе быуыны ғына бында ҡайтыр, сөнки әмөриҙәрҙең гонаһы саманан ашмаған әле.
Ауыҙҙарынан ҡанлы итте алып ташлармын, Теш араһынан харам ризыҡтарын тартып алырмын. Иҫән ҡалғандары Йәһүҙәләге һәр нәҫел һымаҡ Аллабыҙҙыҡы булып һаналыр. Ғәҡрон йевусиҙәр кеүек йәшәр.
Аллағыҙ Раббы, һеҙҙе биләйәсәк ерҙәрегеҙгә килтереп, күҙ алдығыҙҙан күп халыҡтарҙы: хиттиҙәрҙы, гиргашиҙәрҙе, әмөриҙәрҙе, ҡәнғәниҙәрҙе, перизиҙәрҙе, хиууиҙәрҙе, йевусиҙәрҙе – һеҙҙән күберәк тә, көслөрәк тә булған ете халыҡты ҡыуып ебәрер.