Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 1:21 - Башкирский ВЗ (неполный)

21 Алла ғәләмәт ҙур диңгеҙ хайуандарын һәм һыуҙа ҡайнап-мыжғып торған һәр төрлө йән эйәләрен, төрлө-төрлө ҡанатлы ҡоштарҙы бар ҡылды. Алла бының яҡшы икәнен күрҙе.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

21 Алла ғәләмәт ҙур диңгеҙ хайуандарын һәм һыуҙа ҡайнап-мыжғып торған һәр төрлө йән эйәләрен, төрлө-төрлө ҡанатлы ҡоштарҙы бар ҡылды. Алла бының яҡшы икәнен күрҙе.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 1:21
23 Iomraidhean Croise  

Алла: «Һыу тере йән эйәләре менән тулһын, ә ер өҫтөндә, күк көмбәҙе аҫтында, ҡоштар осоп йөрөһөн», – тине.


Алла уларға фатихаһын биреп былай тине: «Үрсегеҙ, ишәйегеҙ, диңгеҙ һыуҙарында тулып-мыжғып тороғоҙ; ә ер йөҙөндә ҡош-ҡорт күбәйгәндән-күбәйһен».


Алла төрлө-төрлө кейек-януарҙар, мал-тыуар һәм ер өҫтөндә мыжғып йөрөгән һәр төрлө һөйрәлеүсе йәнлектәрҙе хасил итте. Алла бының яҡшы икәнен күрҙе.


Алла Үҙе бар ҡылған донъяны байҡаны – ул бик яҡшы ине. Кис булды, таң атты – алтынсы көн булды.


Раббы Алла тупраҡтан һәр төрлө ҡыр хайуандарын һәм һауалағы бөтә ҡоштарҙы бар ҡылды. Һәр береһенә ниндәй исем ҡушыласағын күрер өсөн Раббы Алла уларҙың бөтәһен дә әҙәм алдына алып килде. Әҙәм ҡайһыһына ниндәй атама бирһә, ул йән эйәһе шул атама менән танылды.


Һәр төрлө ҡош-ҡорттан, мал-тыуарҙан һәм ер йөҙөндәге бөтә төр йәнлектән аталы-инәле икешәр йән эйәһе, һинең менән кәмәгә инеп, тере ҡалһын.


Улар менән бергә һәр төрлө хайуандар, мал-тыуар, һөйрәлеүселәр, һәр төрлө ҡоштар береһе артынан береһе тоҡом-тоҡом булып кәмәгә менде.


үҙең менән алған бөтә йән эйәләрен – ҡош-ҡорт, мал-тыуар, һөйрәлеп йөрөй торған йәнлектәрҙе сығар, улар ер йөҙөндә таралһын һәм үрсеһен, бихисап артһын.


Улар артынан хайуандар, һөйрәлеүселәр, ҡош-ҡорт, ер йөҙөндә йәшәгән һәммә йән эйәһе тоҡом-тоҡом булып сыҡты.


Ерҙәге бөтә хайуандар, һауалағы һәммә осар ҡоштар, ерҙәге бар булған йәнлектәр, диңгеҙҙәрҙә йөҙөп йөрөгән балыҡтар алдығыҙҙа ҡурҡып-тетрәнеп торһон: улар һеҙҙең ихтыярығыҙға бирелә.


Һеҙ иһә үрсегеҙ, ишәйегеҙ, ер йөҙөнә таралығыҙ һәм артығыҙ!


Ер йөҙөнән Раббыға маҡтау йырлағыҙ, Диңгеҙ йәнлектәре, тәрәнлектәр.


Әммә Исраил нәҫеле үрсеп, күбәйеп китә, көсәйә һәм тотош илгә тарала.


Йылға-һыуҙарыңда тәлмәрйен мыжғып торор, улар һыуҙан сығып һарайыңа, йоҡо бүлмәңә, ятыр-торор урыныңа кереп тулыр, хеҙмәтселәреңдең, тотош халҡыңдың йорт-ерҙәрен баҫыр, мейесегеҙ, икмәк күнәктәрегеҙ тәлмәрйен менән тулыр.


– Эй әҙәм улы, Мысыр батшаһы фирғәүен тураһында һыҡтау йыры йырла, әйт уға: «Һин халыҡтар араһында, гүйә, йәш арыҫлан; Һин диңгеҙҙәге аждаһа кеүекһең: Йылғаларыңды күбекләндерәһең, Аяҡтарың менән һыуҙы болғандырып, Йылғаларҙы бысратаһың.


Ә мин, Һиңә шөкөр әйтеп, Ҡорбан килтерермен, Нәҙеремде мотлаҡ үтәрмен. Ҡотолоу Һинән килер, йә Раббы!


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan