Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Яҡуб 5:5 - Инжил

5 Ерҙә саҡта һеҙ ләззәт кисереп, кәйеф-сафа ҡороп йәшәнегеҙ, ә һуйылыу көнөгөҙ килеүгә үҙегеҙҙе һимерттегеҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

5 Ерҙә һеҙ ләззәт кисереп, кәйеф-сафа ҡороп йәшәнегеҙ, үҙегеҙҙе һуғым өсөн һимерттегеҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Яҡуб 5:5
28 Iomraidhean Croise  

Ҡасандыр бер бай кеше йәшәгән. Ул ҡиммәтле кейемдәрҙә йөрөп, һәр көнө зиннәттә үткән.


Әммә Ибраһим уға: «Улым! Иҫеңә төшөр, һин үҙ ғүмереңдә бар рәхәтлекте татының, ә Лазарь михнәт сикте. Хәҙер иһә ул бында йыуаныс күрә, ә һин ғазап сигәһең, – тигән. –


Ҡоторонҡо мәжлес һәм эскелек, фәхешлек һәм аҙғынлыҡ, ыҙғыш-талаш һәм көнсөллөккә бирелмәйенсә, үҙебеҙҙе көн яҡтылығындағы кеүек әҙәпле тотайыҡ.


Ә кәйеф-сафа менән генә көн иткәне йәшәһә лә, улар тереләй үле инде.


хыянатсыл, дыуамал, ҡупыҡ, Алланы яратыуға ҡарағанда кәйеф-сафаға нығыраҡ бирелгән,


Улар үҙҙәре килтергән яуызлыҡтарына яуызлыҡ әжере аласаҡ. Улар өсөн хозурлыҡ – көн яҡтылығында ҡомһоҙланып ашап-эсеү. Улар – әшәкелек һәм хурлыҡ, сөнки һеҙҙең менән бер табын артында ултырып, алдаҡ рәхәтлектән ләззәтләнәләр.


Был кешеләр һеҙҙең мөхәббәтле табындарығыҙҙа уңайһыҙланыу белмәй, үҙҙәрен генә ҡайғыртып табын ҡороп ултырыусылар. Улар – ел ҡыуып йөрөткән ямғыр килтермәҫ болоттар. Улар – уңыш йыйыр мәлдә емеш бирмәй торған, ике тапҡыр үлгән, тамыры менән ҡуптарылған ағастар.


Ул үҙен күпме данлаһа һәм зиннәттә йәшәһә, уға шул тиклем ғазап һәм ҡайғы бирегеҙ, ул бит күңеленән генә: «Батшабикә булып ултырам, мин тол ҡатын түгел, ҡайғы күрмәйәсәкмен!» – ти.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan