1 Байҙар, ә хәҙер һеҙ тыңлағыҙ! Өҫтөгөҙгә бәлә-ҡаза ябырылып килә, шуның өсөн үкһеп илағыҙ.
Ҡояш ҡалҡып, эҫеһе менән үҫемлекте киптерә, уның сәскәһе ҡойола һәм матурлығы юғала. Байҙар ҙа шулай эш ығы-зығыһында юҡҡа сығасаҡ.
Һеҙ иһә фәҡирҙе кәмһеттегеҙ. Һеҙҙе йәберләгән һәм хөкөм алдына һөйрәгән кешеләр байҙар түгелме ни?
«Бөгөн йәки иртәгә беҙ фәлән ҡалаға китербеҙ һәм, унда йыл буйы йәшәп, һатыу итербеҙ, табыш алырбыҙ», – тип һөйләүселәр, хәҙер һеҙ тыңлағыҙ.
Ҡайғырығыҙ, иңрәшегеҙ, илашығыҙ! Көлөүегеҙ илауға, ә шатлығығыҙ ҡайғыға әйләнһен.