7 Шуға күрә Аллаға буйһоноғоҙ, ә Иблискә ҡаршы тороғоҙ, шул ваҡытта ул һеҙҙән ҡасыр.
Ҡамытымды үҙегеҙгә кейегеҙ ҙә, Минән өйрәнегеҙ, сөнки Мин – йыуаш, баҫалҡы, шул мәлдә күңелегеҙгә тыныслыҡ табырһығыҙ.
Шунлыҡтан, Агриппа батша, мин күктән килгән күренмешкә буйһондом
Тор ҙа ҡалаға бар. Нимә эшләргә кәрәклеге һиңә унда әйтелер.
Алланың кешеләрҙе нисек аҡлауын аңлап етмәйенсә, үҙҙәренең аҡланыу юлын урынлаштырырға ынтылып, улар Алланың аҡлау юлына буйһонманы.
Изге Яҙмала былай тип әйтелгән: «Мәңге тере булыуым хаҡ булған кеүек, Минең алдымда һәр береһе теҙләнәсәк һәм һәр тел Минең Алла икәнемде таныясаҡ, – ти Раббы».
Үҙ тормошоғоҙҙа Иблискә урын ҡалдырмағыҙ.
Мәсихкә ихтирам йөҙөнән бер-берегеҙгә буйһоноғоҙ.
Ҡара көндәрҙә дошманға ҡаршылыҡ күрһәтеп, бөтөнөһөн еңгәнгә тиклем бирешмәҫ өсөн, Алла ҡоралдарының бөтөн төрҙәренә кейенегеҙ.
Унан тыш, бөтәбеҙҙең дә ерҙә беҙҙе тәрбиәләгән атайҙарыбыҙ бар ине, улар беҙҙе тәртипкә өйрәтте, һәм беҙ уларҙы ихтирам иттек. Күктәге рухи Атабыҙға иһә тағы ла нығыраҡ буйһонорға тейеш түгелбеҙме ни? Был буйһоноу беҙгә йәшәү бирә бит.
Раббы хаҡы өсөн, кешеләр тарафынан урынлаштырылған һәр тәртипкә: барыһынан өҫтөн булған батшаға
Шулай итеп, Алланың ҡөҙрәтенә буйһоноғоҙ, һәм Ул Үҙ ваҡытында һеҙҙе юғары күтәрер.