8 Ә телде бер кем дә буйһондора алмай: тыйылғыһыҙ, яуыз, үлемесле ағыу менән тулы.
8 Ә телде бер кем дә буйһондора алмай: ул – үлемесле ағыу менән тулы тыйылғыһыҙ яуызлыҡ.
Боғаҙҙары – асыҡ ҡәбер, телдәре менән алдайҙар, ирендәрендә – йылан ағыуы.
Тел дә – ут. Тәнебеҙҙең ағзалары араһында ул – яманлыҡ донъяһы. Ул бөтөн тәнебеҙҙе бысрата һәм бөтә тормошобоҙҙо ялҡынға сорнай, уның үҙен иһә йәһәннәм уты ҡабыҙып ебәрә.
Һәр төрлө януарҙарҙы ла, ҡоштарҙы ла, һөйрәлеүселәрҙе лә, диңгеҙ хайуандарын да буйһондороп була, һәм кеше уларҙы буйһондорҙо ла инде.
Был ҙур аждаһа, Иблис йәки Шайтан тип аталған бөтөн донъяны алдаусы боронғо йылан, ергә бәреп төшөрөлдө, уның менән бергә фәрештәләре лә ырғытылды.