Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Яҡуб 3:2 - Инжил

2 Бөтөнөбөҙ ҙә күп хаталар яһайбыҙ. Һүҙендә абынмаған кеше – камил, ул үҙенең бөтә тәнен тыя ала.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

2 Бөтәбеҙ ҙә күп нәмәлә хаталана. Һүҙе менән гонаһ ҡылмаған кеше – камил, ул үҙенең бөтә тәнен йүгәндә тота ала.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Яҡуб 3:2
29 Iomraidhean Croise  

Эй һеҙ, ағыулы йылан тоҡомо! Яуыз була тороп, һеҙ нисек яҡшы һүҙ һөйләй алаһығыҙ? Кеше күңелендә нимә йөрөтә, телендә лә шул була.


Әйткән һүҙҙәреңә ҡарап аҡланырһың, әйткән һүҙҙәреңә ҡарап хөкөм ителерһең.


Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Хаҡ бер кеше лә юҡ, бер генә лә.


Шулай итеп, үҙем өсөн бына шундай ҡанундың эш итеүен белеп ҡалдым: мин яҡшылыҡ эшләргә теләйем, әммә яманлыҡ ҡылыуҙан арына алмайым.


Башҡаларға Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан итеп тә уны тотмаусы булып ҡалмаҫ өсөн, тәнемде сыныҡтырам һәм уны үҙ ихтыярыма буйһондорам.


Әммә Изге Яҙма бөтөн донъяның гонаһ тотҡононда булғанлығын белдерә, шуның өсөн дә әйтелгән вәғәҙә иман тотоусыларға Ғайса Мәсихкә инаныу аша бирелә.


Гонаһлы тәбиғәт – Рухҡа, ә Рух гонаһлы тәбиғәткә ҡаршы. Улар бер-береһенә ҡаршы тора бит, шуға күрә һеҙ үҙегеҙ теләгәндәрҙе үтәй алмайһығыҙ.


Беҙ тик Мәсих тураһында ғына вәғәзләйбеҙ. Һәр кемде Мәсихтә рухи яҡтан үҫтереп, Алла алдына ҡуйыу өсөн, һәр береһенә бар зирәклегебеҙ менән нәсихәт бирәбеҙ һәм өйрәтәбеҙ.


Һеҙгә Ғайса Мәсихтең ҡоло, яҡташығыҙ Эпафрас та сәләм тапшыра. Һеҙ Алланың тулы ихтыярынса рухи йәһәттән үҫешкән һәм иманда ныҡлы булыуығыҙ өсөн һәр ваҡыт доға ҡылып көрәшә ул.


Үҙенең ихтыярын үтәр өсөн Алла һеҙҙе һәр яҡшы нәмә менән тәьмин итһен һәм Ғайса Мәсих аша беҙҙә Үҙенә ҡулай нәмәләрҙе эшләһен. Уға мәңгенән мәңгегә дан. Амин.


Кемдер үҙен иманлы тип һанай, ләкин телен тыймай икән, ул үҙ-үҙен алдай, һәм уның Аллаға табыныуы файҙаһыҙ.


Ә был сыҙамлыҡ, һеҙҙең имен һәм бер ниндәй ҙә кәмселекһеҙ камил булыуығыҙ өсөн, үҙ эшен еренә еткерергә тейеш.


Кемдер ҡанунды тулыһынса үтәп тә, уның бер генә талабын боҙһа ла, ул бөтә ҡанунды боҙоуҙа ғәйепле.


«Кем тормошто яратырға һәм яҡшы көндәрҙе күрергә теләй, телен яманлыҡтан, ауыҙын мәкерле һүҙҙәрҙән тыйһын.


Бар мәрхәмәттең сығанағы булған һәм Ғайса Мәсих аша һеҙҙе Үҙенең мәңгелек данына саҡырып алған Алла, һеҙ бер аҙ ғазап сиккәндән һуң, көсөгөҙҙө ҡайтарасаҡ, ҡеүәт бирәсәк, нығытасаҡ һәм ҡаҡшамаҫлыҡ итәсәк.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan