7 Һеҙ йөрөткән Мәсихтең яҡшы исемен шулар хурламаймы ни?
«Бына ғиффәтле ҡыҙ ауырға ҡалыр һәм ир бала табыр. Уға Еммануил тип исем ҡушырҙар», – тигән һүҙҙәре ғәмәлгә ашһын өсөн булды. «Еммануил» «Алла беҙҙең менән» тигәнде аңлата.
Ләкин фарисейҙар быны ишетеп: – Был кеше ендәрҙе ендәр башлығы Веельзевулдың көсө менән генә ҡыуып сығара, – тинеләр.
– Әфәндем, теге ялғансының иҫән сағында: «Мин өс көндән һуң терелеп торасаҡмын», – тип әйтеүен хәтерләйбеҙ, – тинеләр.
Антиохияға алып килде. Улар, бер йыл буйы имандаштар берҙәмлеге менән осрашып, күп кешеләрҙе өйрәтте. Шәкерттәрҙе мәсихселәр тип иң тәүҙә Антиохия ҡалаһында исемләй башланылар.
Ғибәҙәтхананан-ғибәҙәтханаға йөрөп, күп тапҡырҙар уларҙы язаланым һәм Ғайсаға булған имандарынан баш тарттырырға тырыштым. Асыуым бик көслө булғанлыҡтан, ундайҙарҙы хатта сит ҡалаларҙа ла эҙәрлекләнем.
Башҡа бер кемдән дә ҡотолоу килмәҫ. Ер йөҙөндә кешеләргә бирелгән исемдәр араһында беҙҙе ҡотҡара алырҙай бүтән исем юҡ, – тине Петр.
Күктә һәм ерҙә булған һәр ғаилә үҙенә йәшәйеште лә, исемде лә Унан ала.
Әгәр ҙә инде ул мәсихсе булараҡ ғазап сигә икән, оялмаһын, ә был исемде йөрөтөүе өсөн Алланы данлаһын.
Ул ҡанға батҡан кейем кейгән һәм Уның исеме – Алла һүҙе.
Уның кейемендә һәм янбашында: «Батшаларҙың батшаһы һәм Хакимдарҙың Хакимы» тигән исем яҙылған.