8 Икеләнеүсән кеше үҙенең бөтә эштәрендә лә тотороҡһоҙ.
8 Бындай әҙәм, нимә генә эшләһә лә, икеләнә, эштәрендә тотороҡһоҙ.
Тәндең яҡтыртҡысы – күҙ. Күҙҙәрең һау булһа, бөтөн тәнең нурлы булыр.
Берәү ҙә ике хужаға хеҙмәт итә алмай: йә береһенә нәфрәт тотор, икенсеһен яратыр; йә береһенә тоғро булыр, икенсеһен һанға һуҡмаҫ. Аллаға ла, байлыҡҡа ла бер юлы хеҙмәт итә алмаҫһығыҙ.
Ундай әҙәм Раббынан ни ҙә булһа алырға иҫәп тотмаһын.
Аллаға яҡынлашығыҙ, һәм Ул һеҙгә яҡынлашыр. Гонаһлылар, ҡулдарығыҙҙы таҙартығыҙ, ике йөҙлөләр, йөрәктәрегеҙҙе сафландырығыҙ.
Улар кем менән зина ҡылырға икән тип, ҡыҙ-ҡырҡынға күҙ һалып, был гонаһтан тыйыла алмай һәм тотороҡһоҙ йәндәрҙе хаҡ юлдан яҙҙыра, күңелдәре ҡомһоҙлоҡҡа өйрәтелгән, өҫтәренә ләғнәт ятҡан.
Был хаҡта ул бөтә хаттарында яҙа. Әммә уның хаттарында аңлауы ауыр булған ҡайһы бер урындар бар. Наҙандар һәм иманда тотороҡһоҙ кешеләр, башҡа Изге Яҙмаларҙы боҙған кеүек, был урындарҙы ла боҙоп аңлата. Шуның менән үҙҙәрен һәләкәткә дусар итә.