Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Яҡуб 1:6 - Инжил

6 Әммә һораусы иман менән, икеләнмәй һораһын, сөнки икеләнгән кеше ел бер яҡтан икенсе яҡҡа ҡыуып йөрөткән диңгеҙ тулҡынына оҡшаған.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

6 Әммә һораған кеше ышанырға, тамсы ла шикләнмәҫкә тейеш, сөнки шик йөрөтөүсе ел әле бер, әле икенсе яҡҡа ҡыуып йөрөткән диңгеҙ тулҡынына оҡшаған.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Яҡуб 1:6
14 Iomraidhean Croise  

Шунан Петр Уға: – Хужам! Әгәр был Һин булһаң, миңә һыу өҫтөнән атлап үҙеңдең яныңа барырға әмер бирсе, – тип өндәште.


Төш тә, һис тә шикләнмәйенсә, улар менән бар. Уларҙы Мин ебәрҙем, – тине.


Мәкерле кешеләрҙең хәйләләренә, тәғлимәттәренә ышанып, төрлө яҡҡа борғолаған елдәр һәм тулҡындар ыңғайына һуғылып, алданып йөрөүсе сабый булыуҙан туҡтайыҡ.


Инде ирҙәрҙең ярһымайынса һәм бәхәсләшмәйенсә, саф намыҫ менән ҡулдарын күтәреп доға ҡылыуҙарын теләйем.


Үҙебеҙ инанып асып һалған өмөткә тайпылышһыҙ тотонайыҡ, сөнки вәғәҙә биргән Зат – тоғро.


Иманлы булмай тороп иһә Алла ризалығын алып булмай, сөнки Уға килеүсе һәр кем Алланың барлығына һәм Уны эҙләгән кешеләргә Унан әжер аласағына ышанырға тейеш.


Төрлө ят тәғлимәттәргә үҙегеҙҙе ситкә тайпылдырырға юл ҡуймағыҙ. Йөрәгегеҙҙе ризыҡ ашау тураһындағы ҡағиҙәләр менән түгел, ә Алланың мәрхәмәте менән нығытыу яҡшы. Был ҡағиҙәләр уларҙы үтәүселәргә файҙа килтермәгән бит.


Ундай әҙәм Раббынан ни ҙә булһа алырға иҫәп тотмаһын.


Иман менән ҡылынған доға ауырыуҙы һауыҡтырыр, һәм Раббы уны аяҡҡа баҫтырыр. Әгәр ҙә ул гонаһ ҡылған булһа, Алла уны кисерер.


Был кешеләр – һыуһыҙ шишмәләр, ел-дауыл ҡыуып таратҡан томан һымаҡ: уларҙы дөм ҡараңғылыҡ көтә.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan