Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Яҡуб 1:2 - Инжил

2 Имандаштарым, төрлө һынауҙарға юлыҡһағыҙ, быны оло ҡыуаныс итеп ҡабул итегеҙ,

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

2 Имандаштарым, төрлө һынауҙарға юлыҡҡанда, уларҙы ҙур шатлыҡ кеүек итеп ҡабул ҡылығыҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Яҡуб 1:2
21 Iomraidhean Croise  

Илселәр иһә, Ғайса исеме өсөн кәмһетелеүгә лайыҡ булыуҙарына шатланып, Юғары кәңәшмәнән сығып киттеләр.


Бының менән генә түгел, кисергән михнәттәребеҙ өсөн дә ғорурланабыҙ, сөнки михнәттең сыҙамлыҡ тыуҙырғанын беләбеҙ.


сөнки һеҙгә Мәсих хаҡына иман тотоу ғына түгел, ә Уның өсөн ғазаптар сигеү ҙә бирелде.


Ҡорбан булараҡ Аллаға тәҡдим ителгән иманығыҙға һәм хеҙмәтегеҙгә өҫтәп хатта үҙ йәнемде бирһәм дә, мин ҡыуанам һәм бөтөнөгөҙ менән дә ҡыуанысымды уртаҡлашам.


Һеҙ ҙә шулай уҡ ҡыуанығыҙ һәм ҡыуанысымды уртаҡлашығыҙ.


Әле мин һеҙҙең хаҡҡа кисергән михнәттәремә һөйөнәм һәм Мәсихтең, Үҙенең тәне булған берҙәмлек хаҡына кисергән ғазаптарын үҙемдең тәнемдә тулыландырам.


Һеҙ тотҡонлоҡтағыларға шәфҡәт күрһәттегеҙ, милкегеҙҙән мәхрүм итеүҙе ҡыуаныс менән ҡабул иттегеҙ, сөнки күктә һәйбәтерәк, мәңгелек байлығығыҙ барлығын белә инегеҙ.


Һынау аша уҙған кеше бәхетле, сөнки ул, һыналғандан һуң, Алла Үҙен яратҡандарға вәғәҙә иткән тормош тажын аласаҡ.


Алданмағыҙ, ҡәҙерле имандаштарым.


Ҡәҙерле имандаштарым, шуны белегеҙ: һәр берегеҙ тыңлауға өлгөр, һөйләүгә яй һәм асыуланыуға аҡрын булһын,


Түҙемлек кисергәндәрҙе беҙ бәхетле тип атайбыҙ. Һеҙ Әйүптең түҙемлеге тураһында ишеттегеҙ, аҙаҡ Раббының уға ҡылған яҡшылығын күрҙегеҙ, сөнки Раббы ғәйәт шәфҡәтле һәм рәхимле.


Шулай итеп, Раббы Үҙен хөрмәт иткәндәрҙе һынауҙарҙан нисек ҡотҡарырға, ә Үҙен тыңламағандарҙы, яза аҫтында тотоп, хөкөм көнөнәсә нисек һаҡларға икәнен белә.


Алда үҙең кисерәсәк бер нәмәнән дә ҡурҡма. Һеҙҙе һынар өсөн арағыҙҙан ҡайһы берҙәрегеҙҙе Иблис төрмәгә ырғытасаҡ һәм ун көн буйы һеҙ хәсрәт күрәсәкһегеҙ. Үлгәнгә тиклем тоғро бул һәм һиңә тормош тажы бирермен.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan