16 Алданмағыҙ, ҡәҙерле имандаштарым.
16 Үҙегеҙҙе алдамағыҙ, ҡәҙерле имандаштарым.
– Һеҙ яңылышаһығыҙ, сөнки Изге Яҙманы ла, Алланың ҡөҙрәтен дә белмәйһегеҙ, – тип яуап бирҙе Ғайса.
– Яңылышаһығыҙ, – тине уларға Ғайса. – Беләһегеҙме, ни өсөн улай? Сөнки һеҙ Изге Яҙманы ла, Алланың ҡөҙрәтен дә белмәйһегеҙ.
Алла – үлеләр Аллаһы түгел, ә тереләрҙеке. Һеҙ бик ныҡ яңылышаһығыҙ.
Шулай бер көн, иман тотоусылар йыйылғас, Петр улар алдына тороп баҫты.
Яуызлыҡ ҡылыусыларҙың Алла батшалығына эйә була алмаясағын белмәйһегеҙме ни? Алданмағыҙ: аҙғындар ҙа, ялған илаһтарға табынғандар, зина ҡылғандар, енси боҙоҡлоҡтарға бирелгәндәр, ир-ат менән енси мөнәсәбәткә ингән ирҙәр ҙә,
Алданмағыҙ: Алланы алдаштырыу мөмкин түгел – кеше ни сәсһә, шуны ура.
Ҡәҙерлеләрем, һеҙ мине янығыҙҙа булғанда ғына түгел, янығыҙҙа булмағанда ла һәр саҡ тыңланығыҙ. Хәҙер иһә, бигерәк тә үҙегеҙҙең ҡотолоу хаҡына, ҡурҡыу һәм ҡалтырау аша хеҙмәтегеҙҙе аҙағына тиклем дауам итегеҙ.
Шулай итеп, ҡәҙерле һәм һағынған имандаштарым, шатлығым һәм дан тажым, Раббыла ныҡ тороғоҙ, ҡәҙерлеләрем!
Быны мин берәйһе һеҙҙе матур һүҙҙәр менән юлдан яҙҙырмаһын өсөн әйтәм.
Һаҡ булығыҙ: һеҙҙе берәйһе Мәсих менән түгел, ә кешеләрҙең риүәйәттәренә һәм донъяның идара итеүсе көстәренә таянып тыуған буш һәм ялған фәлсәфә ярҙамында ҡол итмәһен.
үлемдән терелеү булды инде, тип дөрөҫлөктән баш тартып, ҡайһы берәүҙәрҙең имандарын ҡаҡшаталар.
Бер-берегеҙҙе туғандарса яратыуығыҙҙы дауам итегеҙ.
Ҡәҙерле имандаштарым, шуны белегеҙ: һәр берегеҙ тыңлауға өлгөр, һөйләүгә яй һәм асыуланыуға аҡрын булһын,
Имандаштарым, төрлө һынауҙарға юлыҡһағыҙ, быны оло ҡыуаныс итеп ҡабул итегеҙ,
Имандаштарым, данлы Раббыбыҙ Ғайса Мәсихкә инаныусылар булараҡ, һәр кемгә тигеҙ ҡарағыҙ.
Кемдер: «Мин иман тотам», – тип әйтә, ләкин быны эштәре менән күрһәтмәй икән, бынан ни файҙа, имандаштарым? Был иман уны ҡотҡара алырмы?
Тыңлағыҙ әле, ҡәҙерле имандаштарым: Алла, Үҙен яратҡандарға вәғәҙә иткәнсә, улар имандары менән бай булһындар һәм Батшалыҡты мираҫ итеп алһындар өсөн, донъя күҙендә ярлы булып күренгәндәрҙе һайлап алманымы ни?
Имандаштарым, бөтәгеҙ ҙә остаз булырға ынтылмағыҙ. Үҙегеҙ беләһегеҙ бит: өйрәтеүсе булараҡ, беҙ башҡаларға ҡарағанда ҡатыраҡ хөкөм ителәсәкбеҙ.
Бер үк ауыҙҙан данлау ҙа, ҡарғыш та сыға. Имандаштарым, улай булырға тейеш тугел.
Имандаштарым, бер-берегеҙҙең яманатын һатмағыҙ. Үҙ имандашының яманатын һатҡан йәки уны хөкөм иткән кеше ҡанундың яманатын һата һәм ҡанунды хөкөм итә. Әгәр ҙә ҡанунды хөкөм итәһең икән, һин ҡанунды үтәүсе түгел, ә Уны хөкөм итеүсеһең.
Әммә, имандаштарым, бөтәһенән бигерәк, күк менән дә, ер менән дә, бүтән берәй нәмә менән дә ант итмәгеҙ. Алла хөкөмөнә юлыҡмаҫ өсөн, һеҙҙең «Эйе» тигәнегеҙ «Эйе», «Юҡ» тигәнегеҙ «Юҡ» булһын.
Имандаштарым, әгәр арағыҙҙан берегеҙ хәҡиҡәттән тайшанып, икенсегеҙ уны хәҡиҡәткә кире ҡайтарһа,