Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Яҡуб 1:1 - Инжил

1 Донъя буйлап таралған ун ике ҡәбиләгә Алланың һәм Раббы Ғайса Мәсихтең хеҙмәтсеһе Яҡубтан сәләм!

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

1 Донъя буйлап таралған ун ике ырыуға Алланың һәм Раббы Ғайса Мәсихтең ҡоло Яҡуптан сәләм!

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Яҡуб 1:1
41 Iomraidhean Croise  

Филипп һәм Варфоломей, Фома һәм һалым йыйыусы Матфей, Алфей улы Яҡуб, Фаддей,


– Ул балта оҫтаһының улы түгелме һуң? Уның әсәһе – Мәрйәм, ҡустылары – Яҡуб, Йософ, Симон һәм Йәһүҙә лә баһа?


– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм, – тине Ғайса. – Донъя яңырғас, Әҙәм Улы Үҙенең дан тәхетенә ултырғандан һуң, Һеҙ ҙә, Миңә эйәреүселәр, ун ике тәхеткә ултырып, Израилдең ун ике ҡәбиләһен хөкөм итәсәкһегеҙ.


Андрей, Филипп, Варфоломей, Матфей, Фома, Алфей улы Яҡуб, Фаддей, Көрәшеүсе Симон


Һеҙ Минең Батшалығымдағы табындан ашарһығыҙ, эсерһегеҙ һәм, тәхеттәрҙә ултырып, Израилдең ун ике ҡәбиләһен хөкөм итерһегеҙ.


Матфей һәм Фома, Алфей улы Яҡуб һәм Көрәшеүсе ҡушаматлы Симон,


Кем Миңә хеҙмәт итә, шул Миңә эйәрһен. Мин ҡайҙа, хеҙмәтсем дә шунда буласаҡ. Миңә хеҙмәт итеүсегә Атам ихтирам күрһәтәсәк.


Йәһүдтәр: – Беҙ таба алмаҫлыҡ ниндәй урынға китмәксе була икән? Бәлки, Ул гректар араһында йәшәгән беҙҙең кешеләр янына барырға һәм унда гректарҙы өйрәтергә йыйыналыр?


Ҡайтып еткәс, улар үҙҙәре туҡталған өҫкө ҡаттағы бүлмәгә инде. Унда Петр, Яхъя, Яҡуб, Андрей, Филипп, Фома, Варфоломей, Матфей, Алфей улы Яҡуб, көрәшеүсе Симон һәм Яҡуб улы Йәһүҙә бар ине.


Ул тауышланмаҫҡа ҡушып ҡулы менән ишара яһаны һәм Раббының нисек итеп уны төрмәнән сығарыуы тураһында һөйләп бирҙе. – Был хаҡта Яҡубҡа ла, бөтә имандаштарға ла әйтегеҙ, – тине ул. Шунан һуң Петр башҡа урынға китте.


Улар һөйләп бөткәс, Яҡуб һүҙ алды: – Имандаштар, мине тыңлағыҙ!


Сөнки элек-электән Муса ҡануны һәр ҡалала вәғәз ителә, һәр шәмбе һайын ғибәҙәтханала уҡыла, – тине Яҡуб.


улар аша ошондай хат ебәрҙеләр: «Илселәрҙән, берҙәмлек өлкәндәренән – Антиохиялағы, Сүриәләге һәм Киликиялағы бүтән халыҡтарҙан булған имандаштарға сәләм.


Иерусалимда иһә ер йөҙөндәге төрлө илдәрҙән килгән диндар йәһүдтәр йәшәй ине.


Икенсе көндө Павел Яҡуб янына килде. Беҙ ҙә уға эйәреп барҙыҡ. Унда барлыҡ берҙәмлек өлкәндәре йыйылғайны.


«Клавдий Лисийҙан мөхтәрәм идарасы Феликсҡа сәләм!


Беҙҙең ун ике ҡәбилә, ул вәғәҙәнең тормошҡа ашыуына өмөт бағлап, көнө-төнө Аллаға тырышып хеҙмәт итә. Агриппа батша, йәһүдтәр мине шул өмөт өсөн ғәйепләй.


Савл иһә Стефандың үлтерелеүен хупланы. Шул көндә Иерусалимдағы имандаштар берҙәмлектәрен ныҡ эҙәрлекләй башланылар һәм илселәрҙән башҡалар бөтөнөһө Йәһүҙиәнең һәм Самарияның төрлө урындарына таралдылар.


Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен вәғәзләү өсөн һайлап ҡуйылған һәм Ғайса Мәсихтең илсеһе булырға саҡырылған ҡоло Павелдан сәләм.


Әммә Раббының бер туған ҡустыһы Яҡубтан башҡа бер илсене лә күрмәнем.


Яҡуб янынан ҡайһы берәүҙәр килгәнгә тиклем, Петр иман ҡабул иткән мәжүсиҙәр менән бергә ашаны, ә тегеләр килгәс ул, сөннәтләү яҡлы булғандарҙан ҡурҡып, ҡаса һәм ситләшә башланы.


Хеҙмәт итеү миңә Алла мәрхәмәте буйынса бирелгәнен аңлағас, имандаштар берҙәмлегенең терәге булған Яҡуб, Кифа һәм Яхъя, уртаҡ хеҙмәттәшлек билдәһе итеп, Варнава менән минең ҡулды ҡыҫты. Беҙ – мәжүсиҙәргә, ә улар сөннәтлеләргә барырға килештек.


Ғайса Мәсихкә хеҙмәт итеүсе Павел менән Тимофейҙан Филиптағы имандаштар берҙәмлегенең етәкселәре һәм ярҙамсыларына, Ғайса Мәсихтеке булған бар изгеләргә сәләм.


Ҡыш еткәнсе килергә тырыш. Һиңә Еввул, Пуд, Лин, Клавдия һәм башҡа имандаштарың да сәләм ебәрә.


Алла хеҙмәтсеһе һәм Ғайса Мәсих илсеһе Павелдан хат. Алла тарафынан һайлап алынғандарҙың иманын нығытыу һәм ихлас табыныуға илтеүсе хәҡиҡәтте танып белеүгә килтереү өсөн ебәрелдем мин.


Ғайса Мәсихтең илсеһе Петрҙан Понтта, Галатияла, Каппадокияла, Асия һәм Вифиния өлкәләрендә килмешәк булып таралып йәшәгән һайлап алынғандарға сәләм!


Ғайса Мәсихтең хеҙмәтсеһе һәм илсеһе Симон Петрҙан – Аллабыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсихтең хаҡлығы аша беҙҙең кеүек шул уҡ ҡиммәтле иман ҡабул иткәндәргә:


Ғайса Мәсихтең хеҙмәтсеһе, Яҡубтың ҡустыһы Йәһүҙәнән Атабыҙ Алла тарафынан саҡырылғандарға һәм ҡәҙерле булғандарға, Ғайса Мәсих өсөн һаҡланғандарға:


Мин мисәт һуғылған кешеләрҙең һанын ишеттем. Йөҙ ҙә ҡырҡ дүрт мең кешегә мисәт һуғылғайны; улар бөтөн Израиль ҡәбиләләре араһынан ине:


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan