2 Ибраһим Исхаҡтың, Исхаҡ Яҡубтың, Яҡуб Йәһүҙәнең һәм уның ағай-энеләренең атаһы;
2 Ибраһим – Исхаҡтың, Исхаҡ – Яҡуптың, Яҡуп Йәһүҙәнең һәм уның ағай-энеләренең атаһы;
Ибраһим һәм Дауыт тоҡомонан булған Ғайса Мәсихтең нәҫел шәжәрәһе.
Йәһүҙә Фамарҙан тыуған Фарес һәм Зерахтың атаһы; Фарес Есромдың, Есром Арамдың,
Алла Ибраһим атабыҙ менән килешеү төҙөгән һәм, шул килешеүҙең билдәһе итеп, сөннәткә ултыртыу йолаһын биргән. Шулай итеп, Исхаҡ тыуғандың һигеҙенсе көнөндә атаһы Ибраһим уны сөннәткә ултыртҡан. Ошо рәүештә Исхаҡ Яҡубты, ә Яҡуб буласаҡ ун ике ырыу башлығын сөннәтләгән.
Ауырға ҡала алмаған Сара ла иманы аша бала табырлыҡ көскә эйә була һәм, өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бала таба, сөнки Алла тарафынан бирелгән вәғәҙәнең тоғролоғона ышана.
Билдәле булыуынса, Раббыбыҙ Йәһүҙә ырыуынан сыҡҡан, ә руханиҙар тураһында һөйләгәндә Муса был ырыу тураһында бер ни ҙә әйтмәгән.
Йәһүҙә нәҫеленән мисәт һуғылған ун ике мең кеше; Рувим нәҫеленән ун ике мең; Ғәд нәҫеленән ун ике мең;