Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 9:51 - Инжил

51 Был донъянан китеп, күккә алыныр ваҡыты яҡынайғас, Ғайса тәүәккәлләп Иерусалимға киткән.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

51 Күккә алыныр ваҡыты яҡынайғас, Ғайса Йәрүсәлимгә барырға ниәтләп юлға сыҡты.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 9:51
29 Iomraidhean Croise  

Шулай тигәндән һуң, Раббы Ғайса күккә алынып, Алланың уң яғына ултырҙы.


Мин ғазап күленә сумдырылырға тейешмен. Был хәл булғанға тиклем нисек интегәм әле!


Ғайса, ҡалалар һәм ауылдар буйлап вәғәзләп, Иерусалимға юл тотҡан.


Ғайса, Иерусалимға барышлай, Самария һәм Галилея араһындағы ерҙәр аша үткән.


Ғайса, ун ике шәкертен ситкә саҡырып, уларға: – Әле беҙ Иерусалимға китеп барабыҙ. Унда Әҙәм Улы хаҡында пәйғәмбәрҙәр яҙғандың бөтөнөһө лә ғәмәлгә ашасаҡ.


Быны тыңлап торған кешеләргә Ғайса, һүҙен дауам итеп, тағы ла бер ҡисса һөйләгән. Ул Иерусалимдан алыҫ булмаған инде, шуға халыҡ оҙаҡламай Алла Батшалығы етергә тейеш тип уйлаған.


Ғайса, был ҡиссаны һөйләгәндән һуң, Иерусалимға табан юл тотҡан.


Фатиха биргәндә, алыҫая барып, күккә алынған.


Юлда барғанда кемдер берәү Ғайсаға: – Ҡайҙа ғына йөрөһәң дә, мин Һинең артыңдан барырмын, – тип өндәшкән.


Ҡотҡарылыу байрамы алдынан Ғайса Үҙенең был донъянан Ата хозурына китер сәғәте еткәнлеген белде. Ул был донъялағы Үҙенекеләрҙе һәр ваҡыт яратты һәм һуңғы сиккә тиклем уларҙы яратыуын күрһәтте.


Мин донъяға Атамдан килдем һәм бына, донъяны яңынан ҡалдырып, Атам янына китәм.


Ә хәҙер Мин Үҙемде Ебәреүсе янына китәм, инде берегеҙ ҙә Минән: «Ҡайҙа бараһың?» – тип һорамай,


Мин инде донъяла түгел, Мин Һинең яныңа китәм, ә улар донъяла ҡала. Изге Атам! Беҙ бер булған кеүек, улар ҙа бер булһындар өсөн, уларҙы Үҙ исемеңдең – Миңә биргән исемеңдең ҡөҙрәте менән һаҡла.


Әҙәм Улының элекке урынына күтәрелеүен күрһәгеҙ, ни булыр?


Ошо һүҙҙәрҙе әйткәс, Ғайса илселәрҙең күҙ алдында күккә алынды һәм болот Уны уларҙың ҡарашынан йәшерҙе.


Мәсих Алла тарафынан үленән терелтелеп, күктә Үҙенең уң яғына ултыртылғанда ҡулланылды.


бүләк алыу өсөн маҡсатыма – күктәге тормошҡа ашҡынам. Унда Алла беҙҙе Ғайса Мәсих аша саҡырҙы.


Иманыбыҙҙың серле асылының бөйөк булыуы бәхәсһеҙ: Ул кеше тәнендә килде, Уның хаҡлығы Изге Рух ярҙамында раҫланды, Уны фәрештәләр күрҙе, Ул халыҡтар араһында вәғәзләнде, донъяла иман менән ҡабул ителде, данда күккә күтәрелде.


Иманда беренсе булып барыусы һәм уны камиллыҡҡа еткереүсе Ғайсанан күҙ яҙлыҡтырмайыҡ. Ул, хурлығына иғтибар итмәйенсә, киләсәктә юлында көткән шатлыҡ хаҡына арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды һәм Алла тәхетенең уң яғына ултырҙы.


Унда Ғайса, Мәлик-Садиҡ ниндәй баш рухани булған булһа, Ул да мәңгегә шундай Баш Рухани булғандан һуң, беҙҙең хаҡҡа башлап йөрөүсебеҙ булараҡ инде.


Ул, күккә ашып, мөһим урынҙа, Алланың уң яғына ултырған, һәм Уға барлыҡ фәрештәләр ҙә, күктәге хакимлыҡтар ҙа, ҡөҙрәттәр ҙә буйһонған.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan