44 – Ошо һүҙҙәрҙе хәтерегеҙҙә ҡалдырығыҙ: Әҙәм Улы кешеләр ҡулына тотоп биреләсәк, – тигән.
44 – Ошо һүҙҙәрҙе хәтерегеҙҙә ҡалдырығыҙ: Әҙәм Улы кешеләр ҡулына тотоп биреләсәк, – тине.
Шул ваҡыттан алып Ғайса шәкерттәренә Үҙенең Иерусалимға барырға, унда аҡһаҡалдар, баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре тарафынан күп ғазаптарға дусар ителергә һәм үлтерелергә, әммә өсөнсө көндә терелеп торорға тейешлеге тураһында һөйләй башланы.
– Ике көндән Ҡотҡарылыу байрамы булырын беләһегеҙ. Шул көндәрҙә Әҙәм Улы арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланырға тапшырылыр, – тине.
Ғайса шәкерттәренә Әҙәм Улының күп ғазаптар кисерергә, аҡһаҡалдар, баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре тарафынан кире ҡағылырға һәм үлтерелергә, ә өс көндән һуң терелеп торорға тейешлеге тураһында аңлата башланы.
сөнки Үҙенең шәкерттәрен мөһим нәмәләргә өйрәтә ине. – Әҙәм Улы кешеләр ҡулына тотоп биреләсәк һәм үлтереләсәк. Әммә үлтерелгәндән һуң өс көн үткәс, терелеп торасаҡ, – тине Ул.
Был хаҡта ишеткән һәр береһе: «Был бала кем булыр икән?» – тигән уйға килгән. Сөнки Раббы ҡөҙрәтенең бала менән булыуы күренеп торған.
Ғайса, ун ике шәкертен ситкә саҡырып, уларға: – Әле беҙ Иерусалимға китеп барабыҙ. Унда Әҙәм Улы хаҡында пәйғәмбәрҙәр яҙғандың бөтөнөһө лә ғәмәлгә ашасаҡ.
Мәрйәм иһә быларҙың бөтәһен дә йөрәгенә һалып ҡуйған һәм шул хаҡта уйлап йөрөгән.
Ғайса улар менән бергә Назараға ҡайтҡан һәм бар нәмәлә уларҙы тыңлаған. Ә Мәрйәм быларҙың бөтәһен дә йөрәгендә һаҡлаған.
Унан һуң: – Мин һеҙҙең менән бергә булған саҡта былар тураһында һөйләгәйнем. Муса ҡанунында, пәйғәмбәрҙәрҙең китаптарында һәм Зәбурҙа Минең хаҡта яҙылғандарҙың барыһы ла тормошҡа ашырылырға тейеш, тип әйткәйнем, – тигән.
– Әҙәм Улы күп ғазаптар кисерергә, аҡһаҡалдар, баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре тарафынан кире ҡағылырға һәм үлтерелергә тейеш, әммә өсөнсө көндә Ул терелеп торасаҡ, – тигән Ғайса.
Ғайса уларға былай яуапланы: – Хәҙер ышандығыҙмы инде?
Мин быны шуның өсөн әйттем: уларҙың ваҡыты еткәс, ошо хаҡта һөйләгәндәремде иҫегеҙгә төшөрөрһөгөҙ. Элек быларҙы һөйләмәнем, сөнки һеҙҙең менән бергә инем.
Ғайса уға яуап итеп: – Һиңә юғарынан бирелмәһә, Минең өҫтән бер ниндәй хакимлығың булмаҫ ине. Шунлыҡтан Мине һиңә тапшырған кешенең гонаһы һинекенән ҙурыраҡ, – тине.
Алланың билдәләнгән маҡсаты һәм алдан белеп тороуы менән һеҙҙең ҡарамаҡҡа бирелгән ошо Кешене Алла ҡанунын белмәүселәр ҡулы менән арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатып үлтерҙегеҙ.
Шуға күрә, дөрөҫ йүнәлеште юғалтмаҫ өсөн, беҙ ишеткәндәребеҙгә айырыуса иғтибарлы булырға тейешбеҙ.