Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 9:3 - Инжил

3 Ул шәкерттәренә: – Сәфәргә үҙегеҙ менән бер ни ҙә: юл таяғы ла, биштәр ҙә, икмәк тә, аҡса ла, алмаш күлдәк тә алмағыҙ, – тигән. –

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

3 Ул шәкерттәренә: – Сәфәргә үҙегеҙ менән бер нәмә лә: юл таяғы ла, биштәр ҙә, икмәк тә, аҡса ла, алмаш күлдәк тә алмағыҙ, – тине. –

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 9:3
12 Iomraidhean Croise  

Ул ун ике шәкертен саҡырып алып, уларға шаҡшы рухтар өҫтөнән вәкәләт биреп, икешәрләп-икешәрләп кешеләр араһына сығарып ебәрҙе.


Шунан һуң Ғайса шәкерттәренә былай тигән: – Шуға күрә, Мин һеҙгә әйтәм: йәшәү өсөн нимә ашарға, тәнегеҙгә нимә кейергә тип борсолмағыҙ.


Әгәр ҙә бөгөн яланда үҫеп ултырған, ә иртәгә мейескә ташланасаҡ үләнде Алла шулай кейендерә икән, һеҙҙе бигерәк тә кейендерер, эй һеҙ, имандары аҙҙар.


Ә шәкерттәренән: – Мин һеҙҙе янсыҡһыҙ, артмаҡһыҙ, аяҡ кейемһеҙ ебәргән саҡта берәй нәмәгә мохтажлығығыҙ булдымы? – тип һораған. – Бер ниндәй ҙә мохтажлыҡ кисермәнек, – тип яуап биргән шәкерттәр.


Яхъя: – Ике күлдәге булған кеше береһен күлдәге бөтөнләй булмағанына бирһен. Ризығы булғаны ашарына булмаған кеше менән ризығын уртаҡлашһын, – тип яуаплаған.


Үҙенең өйөндә Левий Ғайса хөрмәтенә оло табын әҙерләгән. Табында һалым йыйыусылар һәм байтаҡ башҡа кешеләр ҙә ултырған.


Ниндәй өйгә инһәгеҙ ҙә, ул ерҙән киткәнгә тиклем шунда ҡалығыҙ.


Бер ниндәй хәрби хеҙмәткәр ҙә үҙен донъяуи мәшәҡәттәр менән бәйләмәй, ул фәҡәт етәксеһенә ярарға тырыша.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan