2 Алла Батшалығы хаҡында вәғәз һөйләргә һәм ауырыу кешеләрҙе һауыҡтырырға оҙатҡан.
2 Алла Батшалығы хаҡында вәғәз һөйләргә һәм ауырыу кешеләрҙе һауыҡтырырға сығарып ебәрҙе.
Ғайса ошо ун икене нәсихәт биреп оҙатты: – Мәжүси халыҡтарға бармағыҙ һәм Самария ҡалаларына инмәгеҙ.
Батшалыҡ хаҡындағы һүҙҙе ишетеп тә, уны аңламаусы һәр кемдең йөрәгенә сәселгәнде мәкерле Иблис килеп алып китә. Был – юл буйына сәселгән орлоҡ.
Барса халыҡтар Алла Батшалығы хаҡындағы ошо Һөйөнөслө Хәбәрҙе ишетһен өсөн, ул бөтә донъяла иғлан ителер. Ана шунан һуң аҙағы килер.
– Тәүбә итегеҙ, – тине ул вәғәзендә. – Күктәр Батшалығы яҡынлашты.
Ғайса уларға: – Барығыҙ, донъяның һәр тарафына юлланығыҙ, бөтә йән эйәләренә лә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләгеҙ.
Улар юлға сығып, кешеләрҙе тәүбә итергә өндәп йөрөнөләр,
Шунан һуң Раббы Ғайса, тағы етмеш ике шәкертте һайлап алып, барырға ниәтләгән һәр ҡала һәм ауылдарға уларҙы Үҙе алдынан икешәрләп ебәргән.
«Ҡалағыҙҙың аяҡтарыбыҙға ҡунған туҙанын да һеҙгә ҡағып ҡалдырабыҙ. Шулай ҙа белегеҙ, Алла Батшалығы яҡынлашты», – тиерһегеҙ.
Ундағы ауырыуҙарҙы һауыҡтырығыҙ һәм ҡалала йәшәүселәргә: «Һеҙгә Алла Батшалығы яҡынлашты», – тип әйтегеҙ.
Ҡанундың һәм пәйғәмбәрҙәрҙең заманы Яхъя килгәнгә тиклем булды, шунан бирле Алла Батшалығы тураһында Һөйөнөслө Хәбәр вәғәз ителә һәм һәр кем унда инергә ҙур тырышлыҡ һала.
Ләкин халыҡ, Уның ҡайҙа киткәнен белеп, артынан эйәргән. Ғайса халыҡты ҡабул итеп, уларға Алла Батшалығы тураһында һөйләгән һәм һауығыуға мохтаждарҙы һауыҡтырған.