Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 9:12 - Инжил

12 Көн кискә ауышҡанда ун ике шәкерт Уның янына килгән: – Халыҡты ебәр, эргә-тирәләге ауылдарға, утарҙарға барып үҙҙәренә йоҡларға урын тапһындар һәм ашау яғын хәстәрләһендәр. Бында бит кеше йөрөмәй торған урын.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

12 Көн кискә ауышҡас, ун ике шәкерт Уның янына килде: – Халыҡты ебәр, эргә-тирәләге ауылдарға, утарҙарға барып, үҙҙәренә йоҡларға урын тапһындар һәм ашау яғын хәстәрләһендәр. Бында бит ҡола ялан.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 9:12
13 Iomraidhean Croise  

Ғайса иһә, был хаҡта ишеткәс, яңғыҙы ғына кәмәгә ултырып аулаҡ урынға китте. Әммә халыҡ, быны белеп ҡалғас, ҡалаларынан сығып яр буйлап Уның артынан эйәрҙе.


Әммә Ғайса уға бер һүҙ менән дә яуап ҡайтарманы. Шәкерттәре килеп Уға: – Һорағанын ҡылсы. Юғиһә, ул ҡысҡырып беҙҙең арттан килә, – тип инәлде.


Ғайса шәкерттәрен саҡырып алды: – Кешеләрҙе йәлләйем. Улар өс көн буйы инде Минең янымда, ә ашарҙарына бер нәмәләре лә юҡ. Уларҙы ас килеш ҡайтарып ебәргем килмәй: юлда хәлдәре бөтөр.


Ләкин халыҡ, Уның ҡайҙа киткәнен белеп, артынан эйәргән. Ғайса халыҡты ҡабул итеп, уларға Алла Батшалығы тураһында һөйләгән һәм һауығыуға мохтаждарҙы һауыҡтырған.


– Һеҙ уларҙы үҙегеҙ ашатығыҙ, – тигән Ғайса. – Беҙҙең биш икмәк менән ике балыҡтан башҡа бер нәмәбеҙ ҙә юҡ. Бындағы кешеләрҙең бөтәһе өсөн дә ризыҡты беҙ һатып алайыҡмы ни? – тип һораған шәкерттәр.


Шунан һуң Ғайса Галилея күле аръяғына китте. Ул Тивериада күле тип тә атала ине.


сөнки беләм: әлеге хәлем һеҙҙең доғаларығыҙ һәм Ғайса Мәсих Рухының ярҙамы менән миңә ҡотолорға булышлыҡ итер.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan