Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 9:11 - Инжил

11 Ләкин халыҡ, Уның ҡайҙа киткәнен белеп, артынан эйәргән. Ғайса халыҡты ҡабул итеп, уларға Алла Батшалығы тураһында һөйләгән һәм һауығыуға мохтаждарҙы һауыҡтырған.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

11 Ләкин халыҡ, Уның ҡайҙа киткәнен белеп, артынан эйәрҙе. Ғайса, халыҡты ҡабул итеп, уларға Алла Батшалығы тураһында һөйләне һәм һауығыуға мохтаждарҙы һауыҡтырҙы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 9:11
21 Iomraidhean Croise  

Был хаҡта белгәс, Ғайса бынан сығып китте. Уның артынан күп халыҡ эйәрҙе. Ул ауырыуҙарҙың бөтәһен дә һауыҡтырҙы.


Ярға сыҡҡас, Ғайса ҙур халыҡ төркөмөн күрҙе. Уға улар йәл булып китте лә, ауырыу булғандарын һауыҡтырҙы.


Аталарының ихтыярын ҡайһыһы үтәгән? – Беренсеһе, – тип яуап бирҙе тегеләр. Ғайса уларға: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Алла Батшалығына һалым йыйыусылар һәм фәхишәләр һеҙҙән алда инәсәк.


Шуға күрә һеҙгә әйтәм: Алла Батшалығы, һеҙҙән тартып алынып, уның емешен килтергән халыҡҡа биреләсәк.


Астарҙы яҡшы нәмәләр менән туйындырҙы, байҙарҙы буш ҡул ебәрҙе.


– Табип сәләмәт кешеләргә түгел, ә ауырыуҙарға кәрәк, – тип яуап биргән Ғайса уларға. –


Шунан һуң Ғайса ҡалалар һәм ауылдар буйлап йөрөп, Алла Батшалығы тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләгән. Ун ике шәкерте Уның менән булған.


Ғайса былай тип аңлатып биргән: – Һеҙгә Алла Батшалығының серҙәрен белеү бирелгән, ә башҡаларға, улар «ҡарап та күрмәһендәр, тыңлап та аңламаһындар» өсөн, ул ҡиссалар аша еткерелә.


Илселәр, әйләнеп ҡайтҡас, үҙҙәренең ҡылған эштәре тураһында Ғайсаға һөйләп биргән. Ғайса уларҙы Үҙе менән Вифсаида тигән ҡала эргәһендәге аулаҡ урынға алып киткән.


Көн кискә ауышҡанда ун ике шәкерт Уның янына килгән: – Халыҡты ебәр, эргә-тирәләге ауылдарға, утарҙарға барып үҙҙәренә йоҡларға урын тапһындар һәм ашау яғын хәстәрләһендәр. Бында бит кеше йөрөмәй торған урын.


Алла Батшалығы хаҡында вәғәз һөйләргә һәм ауырыу кешеләрҙе һауыҡтырырға оҙатҡан.


Ғайса уларға былай тине: – Минең ризығым – Мине Ебәреүсенең ихтыярын үтәү һәм Уның эшен теүәлләү.


Атам Миңә юллаған һәр кем Миңә килер, ә Мин Үҙ яныма килгәндәрҙең береһен дә ҡыуып ебәрмәйәсәкмен.


Ул ҡыйыу рәүештә һәм ҡаршылыҡһыҙ Алла Батшалығы тураһында һөйләне һәм Раббы Ғайса Мәсих хаҡында өйрәтте.


Әммә Раббыға инанмағандар Уға нисек мөрәжәғәт итер? Уның тураһында ишетмәгәндәр Уға нисек инана алыр? Уларға бер кем дә иғлан итмәгәс, нисек ишетерҙәр?


Шулай итеп, иман – ишетеү, йәғни Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе ишетеү аша килә.


Мәсих тә Үҙе тураһында уйламаны. Изге Яҙмала яҙылғанса: «Һине яманлаусыларҙың хурлау һүҙҙәре, Аллам, Минең өҫтөмә төштө».


Алла һүҙен вәғәзлә, быны уңайлы ла, уңайһыҙ ҙа ваҡытта эшләргә әҙер тор, гонаһтарҙы фаш ит, иҫкәрт, өйрәткәндә һәр ваҡыт сабырлыҡ менән өгөтлә.


Шулай итеп, ярҙам кәрәк булғанда рәхимлелек һәм мәрхәмәт табыу өсөн, Алланың мәрхәмәт тәхете янына ҡыйыу рәүештә барайыҡ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan