9 Шәкерттәре Унан: – Был кинәйәле ҡиссаның асылы нимәлә? – тип һораған.
9 Шәкерттәре Унан: – Был кинәйәле ҡисса нимә аңлата? – тип һораны.
Шәкерттәре Уның янына килеп: – Ни өсөн Һин халыҡҡа ҡиссалар ҡушып һөйләйһең? – тип һораны.
Ә хәҙер сәсеүсе хаҡындағы ҡиссаның ни аңлатыуын тыңлағыҙ.
Бынан һуң Ғайса халыҡты ебәрҙе лә, өйгә инде. Шәкерттәре Уның янына килеп: – Баҫыуҙағы ҡый үләне хаҡындағы ҡиссаның мәғәнәһен беҙгә аңлатып бирһәң ине, – тип үтенде.
Шунда Петр Унан: – Беҙгә теге ҡиссаны аңлатып бирһәңсе, – тип үтенде.
Үҙҙәре генә ҡалғас, ун ике шәкерт һәм башҡа Уның артынан эйәреүселәр Ғайсанан ҡиссаларҙың мәғәнәһен һораны.
Ул ҡисса менән генә һөйләне, ә шәкерттәре менән яңғыҙ ҡалғанда, уларға бөтәһен дә аңлатып бирҙе.
Мин инде һеҙҙе хеҙмәтселәрем тип атамайым, сөнки хеҙмәтсе хужаһының ни эшләүен белмәй. Мин һеҙҙе дуҫтарым тип атаным, сөнки Атамдан ишеткәндәремдең барыһын да һеҙгә еткерҙем.