Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 8:44 - Инжил

44 Ул арттан килеп Ғайсаның кейеменең салғыйына ҡағылыуға, шунда уҡ ҡан ағыуы туҡтаған.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

44 Шул ҡатын, артынан килеп, Ғайсаның кейеменең салғыйына ҡағылғайны, ҡан ағыуы шунда уҡ туҡтаны.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 8:44
15 Iomraidhean Croise  

Ғайса, үҙҙәрен йәлләп, күҙҙәренә ҡулы менән ҡағылды. Улар шунда уҡ күрә башланы һәм Уға эйәреп китте.


Ғайса ҡулын һуҙып уға ҡағылды: – Эйе, теләйем. Таҙарын! Шунда уҡ был кеше махауҙан таҙарынды.


Шул ваҡыт, ун ике йыл буйы ҡан китеүҙән интеккән бер ҡатын арттан килеп, кейеменең салғыйына ҡағылды.


Ғайса ҡайҙа ғына бармаһын – берәй ауылғамы, ҡалаға йәки утарҙарғамы, ауырыуҙарҙы майҙандарға килтереп һалдылар. Уның һис юғы кейеменең сабыуына булһа ла ҡағылырға рөхсәт итеүен үтенделәр. Кем генә ҡағылмаһын, бөтәһе лә һауыҡты.


Ғайса был ҡатынға ҡулдарын ҡуйған, ҡатын шунда уҡ турайып баҫҡан һәм Алланы данлай башлаған.


Ул илай-илай Ғайсаның артында баҫып торған, күҙ йәштәре Уның аяҡтарына тамған. Ҡатын Ғайсаның аяҡтарына тамған күҙ йәштәрен сәстәре менән һөртөп, аяҡтарын үбә-үбә майлаған.


Улар араһында ун ике йыл буйы ҡан китеүҙән яфаланған бер ҡатын булған. Бар мөлкәтен табиптарға сарыфлап бөтөрһә лә, бер кем дә уны һауыҡтыра алмаған.


– Кем ҡағылды Миңә? – тип һораған Ғайса. Бөтәһе лә баш тартҡас, Петр: – Остаз, халыҡ Һине уратып алған һәм төрлө яҡтан ҡыҫа, – тигән.


Ләкин һауыҡҡан кеше Уның кемлеген белмәй ине, сөнки Ғайса халыҡ араһына инеп юғалғайны.


Павел ҡағылған ҡулъяулыҡтарҙы, билбауҙарҙы алып ҡайтып, ауырыуҙарҙың өҫтөнә һалғандан һуң, улар һауыҡты, эстәренән шаҡшы рухтар сыҡты.


Петр үтеп барғанда, һис юғы уның күләгәһе булһа ла төшһөн ине, тигән теләк менән ауырыуҙарҙы урамға сығарып, күтәреп йөрөтөү ҡоролмаларына һәм түшәктәргә һалдылар.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan