Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 8:3 - Инжил

3 Ирод йортонда идара итеүсе Хузаның ҡатыны Иоанна, Сусанна һәм байтаҡ башҡа ҡатындар ҙа Уның менән бергә булған. Был ҡатындар Ғайсаға һәм Уның шәкерттәренә үҙ иҫәптәренән ярҙам иткән.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

3 Һируд йортонда идара итеүсе Хузастың ҡатыны Йоанна, Сусанна һәм байтаҡ башҡа ҡатындар ҙа Уның менән бергә булды. Был ҡатындар үҙ иҫәптәренән Ғайсаға һәм Уның шәкерттәренә ярҙам итәләр ине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 8:3
19 Iomraidhean Croise  

Шул ваҡытта Ғайса тураһындағы хәбәрҙәр Галилея идарасыһы Иродҡа барып ишетелде.


Ирод, үҙенең ағаһы Филиптың ҡатыны Иродиада арҡаһында, Яхъяны ҡулға алып, бығаулап, төрмәгә япҡайны.


Тыуған көнөндә Иродиаданың ҡыҙы ҡунаҡтар алдында бейене һәм был Иродҡа шул тиклем оҡшаны,


Өйгә ингәс, Баланы һәм Уның әсәһе Мәрйәмде күрҙеләр. Балаға сәждә ҡылып, Уға хөрмәт күрһәттеләр. Шунан, хазина ҡумталарын асып, Уға алтын, ладан һәм мирра тигән хуш еҫле ыҫмалалар бүләк иттеләр.


Кис еткәс, хужа идарасыһына: «Эшселәрҙе саҡырып, эш хаҡын түлә. Аҙаҡ ялланғандарынан башлап, беренселәре менән тамамла», – тигән.


Батша уларға яуабында: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Минең иң түбән туғандарымдың береһенә генә лә нимә эшләгән булһағыҙ, шуны Миңә эшләгәнһегеҙ», – тиер.


Фәҡирҙәр һәр ваҡыт һеҙҙең менән булыр, Мин иһә һәр ваҡыт янығыҙҙа булмам.


Унда йыраҡтан ғына ҡарап тороусы бик күп ҡатын-ҡыҙ ҙа бар ине. Улар Ғайсаға Галилеянан алып эйәреп, Уға хеҙмәт күрһәтеп йөрөгәйне.


Илселәргә был турала магдалалы Мәрйәм, Иоанна, Яҡубтың әсәһе Мәрйәм һәм улар менән ҡәбер янында булған башҡа ҡатындар хәбәр иткән.


Ул быны фәҡирҙәр хаҡында ҡайғыртҡандан түгел, ә ҡараҡ булғаны өсөн әйтте. Уртаҡ аҡса янсығын йөрөтөү уның вазифаһында ине һәм ул йыш ҡына унан үҙ ихтыяжына аҡса ала торғайны.


Антиохиялағы имандаштар берҙәмлегендә Варнава, Симон (уны тағы Нигер тип тә атайҙар), Киринеянан Луций, өлкә идарасыһы Ирод менән бергә тәрбиәләнгән Манаил һәм Савл исемле пәйғәмбәрҙәр, остаздар бар ине.


Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең мәрхәмәтен беләһегеҙ: һеҙ Уның фәҡирлеге аша байыһын өсөн, Ул бай булһа ла, һеҙҙең хаҡҡа фәҡир булды.


Һеҙҙе бөтөн имандаштар, бигерәк тә ҡайсар һарайында хеҙмәт итеүселәр сәләмләй.


ул үҙенең изге эштәре менән билдәле, йәғни балалар тәрбиәләп үҫтергән, ҡунаҡсыллыҡ күрһәткән, имандаштарына хеҙмәтсе кеүек булған, ауырлыҡ күргәндәргә ярҙам иткән һәм үҙен һәр төрлө яҡшы эшкә бағышлаған.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan