26 Улар күлдең арғы яҡ ярына, Галилеяға ҡаршы урынлашҡан Гераса еренә килеп еткән.
26 Улар күлдең аръяғына, Галилеяға ҡаршы урынлашҡан Гераса еренә килеп етте.
Ул шәкерттәренән: – Ышанысығыҙ ҡайҙа һуң һеҙҙең? – тип һораған. Шәкерттәр иһә ҡурҡып һәм таң ҡалып бер-береһенә: – Кем һуң Ул? Елгә лә, һыуға ла бойора, ә улары буйһона, – тиешкәндәр.
Ғайса ярға сыҡҡас, шундағы ҡаланың ен эйәләшкән бер кешеһе Уға ҡаршы килгән. Ул байтаҡтан бирле кейем кеймәй йөрөгән һәм өйөндә түгел, ә ҡәбер мәмерйәһендә йәшәгән.