Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 8:25 - Инжил

25 Ул шәкерттәренән: – Ышанысығыҙ ҡайҙа һуң һеҙҙең? – тип һораған. Шәкерттәр иһә ҡурҡып һәм таң ҡалып бер-береһенә: – Кем һуң Ул? Елгә лә, һыуға ла бойора, ә улары буйһона, – тиешкәндәр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

25 Ул шәкерттәренән: – Ышанысығыҙ ҡайҙа һуң һеҙҙең? – тип һораны. Ҡурҡыуға төшкән шәкерттәр хайран ҡалып бер-береһенә: – Кем һуң Ул? Елгә лә, һыуға ла бойора, ә улары буйһона, – тиеште.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 8:25
16 Iomraidhean Croise  

Ғайса, шунда уҡ ҡулын һуҙып, уны эләктереп алды: – Эй, иманы аҙ! Ниңә икеләнеп ҡалдың?


– Сөнки иманығыҙ аҙ, – тип яуап бирҙе Ғайса. – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: әгәр ҙә һеҙҙең горчица орлоғо хәтлем генә иманығыҙ булып, бынау тауға: «Бынан тегендә күс», – тип әйтһәгеҙ, ул урынынан күсер ине. Шул саҡта һеҙҙең ҡулығыҙҙан килмәгән һис бер нәмә булмаҫ ине.


Бөгөн яланда үҫеп ултырған, ә иртәгә мейескә ташланасаҡ үләнде Алла шулай кейендерә икән, һеҙҙе бигерәк тә кейендермәҫме ни, эй, һеҙ, имандары аҙҙар?


Быны ишеткәс, Ғайса хайран ҡалды, артынан эйәреп килеүселәргә: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Израиль халҡының бер генә кешеһенең дә был тиклем ышанғанын күргәнем юҡ ине.


– Ниңә һеҙ шулай ҡурҡаҡһығыҙ, имандары аҙҙар? – тине Ул шәкерттәренә. Ғайса тороп елде һәм күлде тыйҙы, тәрән тынлыҡ урынлашты. Халыҡ таң ҡалып:


Шул көндө кисен Ғайса шәкерттәренә: – Әйҙәгеҙ, теге яҡ ярға сығайыҡ, – тине.


Әгәр ҙә бөгөн яланда үҫеп ултырған, ә иртәгә мейескә ташланасаҡ үләнде Алла шулай кейендерә икән, һеҙҙе бигерәк тә кейендерер, эй һеҙ, имандары аҙҙар.


Шәкерттәре Ғайса янына килеп: – Остаз, остаз! Батабыҙ бит! – тип ҡысҡырып Уны уятҡандар. Ғайса иһә тороп елде лә, ҡоторонған тулҡындарҙы ла тыйған. Улары туҡтаған, тынлыҡ урынлашҡан.


Улар күлдең арғы яҡ ярына, Галилеяға ҡаршы урынлашҡан Гераса еренә килеп еткән.


Ғайса уға: – Мин һиңә: «Әгәр ҙә ышанһаң, Алланың данлы бөйөклөгөн күрерһең», – тимәгәйнемме ни? – тип яуап бирҙе.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan