Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 8:15 - Инжил

15 Ә уңдырышлы ергә төшкән орлоҡ иһә шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетеп, уны ихлас һәм саф күңел менән һаҡлай. Ундайҙар түҙемлек күрһәтеп уңыш килтерә.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

15 Ә уңдырышлы тупраҡҡа төшкән орлоҡ шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетеп, уны ихлас һәм саф күңел менән һаҡлай. Ундайҙар, сабырлыҡ күрһәтеп, уңыш килтерә.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 8:15
40 Iomraidhean Croise  

Ләкин ахырғаса сыҙаған кеше ҡотоласаҡ.


Ә Ғайса уға: – Дөрөҫөрәге, Алла һүҙен тыңлаған һәм үтәгән кешеләр бәхетле, – тигән.


Яҡшы кеше яҡшылыҡ тулы күңеленән яҡшылыҡ алып сыға, ә яман кеше яманлыҡ тулы күңеленән яманлыҡ алып сыға. Сөнки кеше күңелендә ни йөрөй, телендә лә шул була.


Сәнскәк араһына төшкән орлоҡтар шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетә, ләкин тормош мәшәҡәттәре, байлыҡ һәм ләззәт, ваҡыт үтеү менән, һүҙҙе баҫып ала. Ундай кешеләрҙең емештәре өлгөрмәй.


Бер кем дә шәм тоҡандырып, уны көршәк менән ҡапламай, һике аҫтына ла ҡуймай. Киреһенсә, өйгә килеп инеүселәр яҡтылыҡты күрһен өсөн, шәмдәлгә ултырталар.


– Әгәр Мине яратһағыҙ, әмерҙәремде үтәрһегеҙ.


Мин Атамдың әмерҙәрен үтәп, Уның мөхәббәтендә йәшәйем, һәм һеҙ ҙә, әмерҙәремде үтәһәгеҙ, Минең мөхәббәтемдә йәшәрһегеҙ.


сабырлыҡ менән изге эш башҡарып данға, хөрмәткә һәм үлемһеҙлеккә ынтылыусыларға мәңгелек тормош бирәсәк,


Ләкин әле, гонаһ хакимлығынан азат ителгәс һәм Алла ҡолдары булғас, изге тормошҡа алып барыусы уңышҡа эйәһегеҙ, ә уның аҙағы – мәңгелек тормош.


Миндә, йәғни гонаһлы тәбиғәтемдә, бер генә изгелек тә йәшәмәгәнлеген беләм. Миндә яҡшылыҡ эшләү теләге булһа ла, башҡара алмайым.


Шуның кеүек һеҙ ҙә, имандаштарым, Аллаға файҙалы хеҙмәт итеү өсөн башҡа Берәүҙеке, йәғни үленән терелтелгән Мәсихтеке булырға, Мәсих тәне арҡылы ҡанунға ҡарата үлдегеҙ.


Ә инде үҙебеҙ күрмәгән нәмәгә өмөтләнәбеҙ икән, уны сабырлыҡ менән көтәбеҙ.


Сөннәтле йәки сөннәтһеҙ булыуҙың әллә ни әһәмиәте юҡ, Алла әмерҙәрен үтәү генә мөһим.


Алла мәрхәмәте менән иман аша ҡотолдоғоҙ. Был һеҙҙең үҙегеҙҙән түгел, ә Алла бүләге.


Алланы данлау һәм маҡтау өсөн Ғайса Мәсих аша килгән хаҡлыҡ емештәрен мул килтерегеҙ, тип доға ҡылам.


Һәр изгелекле эшегеҙ уңыш килтереп, Алланы танып белеүегеҙ артҡандан-арта барып, бөтөн эштәрегеҙҙе Раббыға лайыҡлы рәүештә ҡылыуығыҙ һәм Уның күңеленә ятышлы булып йәшәүегеҙ өсөн доға ҡылабыҙ.


Һеҙгә килгән Һөйөнөслө Хәбәр, Алла мәрхәмәтенең ғәмәлдә нисек булыуын ишетеп аңлаған көнөгөҙҙән башлап арағыҙҙа нисек булған булһа, бөтә донъяла ла шулай уңыш килтерә һәм тарала бара.


Алла ихтыярын үтәп, шунан һуң вәғәҙә ителгәнде алыр өсөн һеҙгә сыҙамлыҡ кәрәк.


Шуға күрә, дөрөҫ йүнәлеште юғалтмаҫ өсөн, беҙ ишеткәндәребеҙгә айырыуса иғтибарлы булырға тейешбеҙ.


Ә был сыҙамлыҡ, һеҙҙең имен һәм бер ниндәй ҙә кәмселекһеҙ камил булыуығыҙ өсөн, үҙ эшен еренә еткерергә тейеш.


Алланы белеүебеҙҙе беҙ бына нисек аңлай алабыҙ: Уның әмерҙәрен үтәйбеҙ икән, тимәк, беҙ Уны беләбеҙ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan