11 Был ҡиссаның асылы шунда: орлоҡ – Алла һүҙе.
Ә хәҙер сәсеүсе хаҡындағы ҡиссаның ни аңлатыуын тыңлағыҙ.
Батшалыҡ хаҡындағы һүҙҙе ишетеп тә, уны аңламаусы һәр кемдең йөрәгенә сәселгәнде мәкерле Иблис килеп алып китә. Был – юл буйына сәселгән орлоҡ.
– Һеҙ был ҡиссаның мәғәнәһен аңламайһығыҙмы? – тип һораны Ғайса уларҙан. – Улайһа башҡа ҡиссаларҙы нисек аңларһығыҙ һуң?
Юл буйына төшкән орлоҡтар шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетә, әммә Иблис килеп, улар иманға килеп ҡотолмаһын өсөн, йөрәктәрендәге һүҙҙе алып китә.
Шуға күрә һәр төрлө әшәкелектән һәм ныҡ таралған яуызлыҡтан ваз кисеп, йөрәктәрегеҙгә сәселгән Алла һүҙен баҫалҡылыҡ менән ҡабул итегеҙ; ул һүҙ һеҙҙең йәндәрегеҙҙе ҡотҡарырға һәләтле.