Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 8:10 - Инжил

10 Ғайса былай тип аңлатып биргән: – Һеҙгә Алла Батшалығының серҙәрен белеү бирелгән, ә башҡаларға, улар «ҡарап та күрмәһендәр, тыңлап та аңламаһындар» өсөн, ул ҡиссалар аша еткерелә.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

10 Ғайса былай тип яуап бирҙе: – Һеҙгә Алла Батшалығының серҙәрен белеү бирелгән, ә башҡаларға, улар, «ҡарап та, күрмәһендәр, тыңлап та, аңламаһындар» өсөн, ул ҡиссалар аша еткерелә.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 8:10
24 Iomraidhean Croise  

Ошо ваҡыт Ғайса: – Атам, күктең һәм ерҙең Хужаһы! – тине. – Быны зирәктәр һәм аҡыл эйәләренән йәшереп, сабыйҙарға асып биреүең өсөн Һине данлайым!


– Йона улы Симон, һин бәхетле, сөнки быны һиңә кешеләр түгел, ә Минең Күктәге Атам асып бирҙе, – тине Ғайса. –


– Һеҙгә Алла Батшалығының серен аңлау бирелгән, тыштағыларға иһә: «Аллаға табан боролмаһындар һәм шул рәүешле, кисерелмәһендәр өсөн, ҡарап та күрмәһендәр, тыңлап та аңламаһындар» өсөн, ҡиссалар аша еткерелә.


«Алла уларҙың күҙҙәрен күрмәҫ итте, йөрәктәрен ҡатырҙы. Күҙҙәре менән бер ни ҙә күрергә, йөрәктәре менән бер ни ҙә аңларға теләмәйҙәр. Әгәр шулай булмаһа, Миңә табан боролорҙар һәм Мин уларҙы һауыҡтырыр инем».


Аллаға дан! Ғайса Мәсих тураһында мин һөйләгән Һөйөнөслө Хәбәр буйынса, Ул һеҙҙе иманда нығытырға ҡөҙрәтле. Был Хәбәр – боронғо замандарҙан бирле йәшереп тотолған, әммә хәҙер асылған сер. Пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмалары аша кешеләр Мәсихкә иман итһен һәм Һөйөнөслө Хәбәрҙе ҡабул итһен өсөн, мәңгелек Алланың әмере менән был сер бөтөн халыҡтарға белдерелде.


Быларҙың барыһын да һәр кемгә һәләтте Үҙе теләгәнсә бүлеп биргән бер үк Рух башҡара.


Мин быны, улар мөхәббәттә берләшеп, рухтарының күтәрелеүе һәм тулыһынса танып белеүҙең бөтә байлығына эйә булыуҙары өсөн эшләйем. Шул рәүешле улар Алланың серен – Мәсихте танып белер.


Иманыбыҙҙың серле асылының бөйөк булыуы бәхәсһеҙ: Ул кеше тәнендә килде, Уның хаҡлығы Изге Рух ярҙамында раҫланды, Уны фәрештәләр күрҙе, Ул халыҡтар араһында вәғәзләнде, донъяла иман менән ҡабул ителде, данда күккә күтәрелде.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan