Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 8:1 - Инжил

1 Шунан һуң Ғайса ҡалалар һәм ауылдар буйлап йөрөп, Алла Батшалығы тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләгән. Ун ике шәкерте Уның менән булған.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

1 Шунан һуң Ғайса ҡалалар һәм ауылдар буйлап Алла Батшалығы тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп йөрөнө. Ун ике шәкерте Уның менән булды.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 8:1
18 Iomraidhean Croise  

Ғайса, Үҙенең ун ике шәкертенә нәсихәтен биреп бөткәс, башҡа ҡалаларҙа өйрәтеп һәм вәғәзләп йөрөү ниәте менән, юлын дауам итте.


Батшалыҡ хаҡындағы һүҙҙе ишетеп тә, уны аңламаусы һәр кемдең йөрәгенә сәселгәнде мәкерле Иблис килеп алып китә. Был – юл буйына сәселгән орлоҡ.


Ғайса, ғибәҙәтханаларҙа өйрәтеп һәм Күктәр Батшалығы хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп, халыҡты барлыҡ ауырыуҙарынан, сырхауҙарынан һауыҡтырып, бар Галилеяны йөрөп сыҡты.


Ғайса бөтә ҡалалар һәм ауылдар буйлап йөрөп, ғибәҙәтханаларҙа Күктәр Батшалығы хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләне, кешеләрҙе барлыҡ ауырыуҙарынан һәм сирҙәренән һауыҡтырҙы.


Ул бөтә Галилея буйынса ғибәҙәтханаларҙа вәғәзләп, ендәрҙе ҡыуып йөрөнө.


Бала иһә үҫкән һәм рухи яҡтан нығынған. Израиль халҡына күренер ваҡыты еткәнгә тиклем, ул сүллектә йәшәгән.


Бер көндө, Ғайса халыҡты Алла Йортонда өйрәтеп, Һөйөнөслө Хәбәр иғлан иткәндә, Уның эргәһенә аҡһаҡалдар менән баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре килгән.


«Раббының Рухы Минең өҫтөмдә, сөнки Ул Мине майлап, фәҡирҙәргә Һөйөнөслө Хәбәрҙе еткереү өсөн һайланы. Ул Мине әсирҙәргә – азатлыҡ, һуҡырҙарға – күҙе күрә башлауын иғлан итергә, йәберләнгәндәрҙе иреккә сығарырға


Шәкерттәр юлға сыҡҡан, һәр ерҙә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп, ауырыуҙарҙы һауыҡтырып, ауылдан-ауылға йөрөгән.


Алла назаралы Ғайсаны Изге Рух менән һуғарып, Уға ҡөҙрәт бирҙе. Ғайса, яҡшылыҡ ҡылып, Иблис йонсотҡан кешеләрҙе һауыҡтырып йөрөнө, сөнки Алла Уның менән булды.


Беҙ һеҙгә Һөйөнөслө Хәбәр алып килдек: Алла Ғайсаны терелтеп торғоҙоуы менән, аталарыбыҙға биргән вәғәҙәне беҙҙең өсөн, йәғни уларҙың балалары өсөн, ғәмәлгә ашырҙы. Был Зәбур китабының икенсе мәҙхиәһендә яҙылғанса булды: «Һин – Минең Улым, бөгөн Мин Һине тыуҙырҙым».


Ебәрелмәгән булһа, нисек итеп берәйһе иғлан итә алыр? Изге Яҙмала: «Һөйөнөслө хәбәр килтереүселәрҙең килеүе ҡайһылай күңелле!» – тип әйтелә.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan