Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 7:8 - Инжил

8 Мин үҙем дә башҡа берәүгә буйһонам һәм ҡул аҫтымда ғәскәриҙәр бар. Уларҙың берәйһенә: «Кит» тиһәм, китә, икенсеһенә «Кил» тиһәм, килә, хеҙмәтсемә: «Ошоно эшлә» тиһәм, эшләй.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

8 Мин бит үҙем дә башҡа берәүгә буйһонам, үҙемдең дә ҡул аҫтымда ғәскәриҙәр бар. Уларҙың берәйһенә «кит» тиһәм, китә; икенсеһенә «кил» тиһәм, килә; хеҙмәтсемә «ошоно эшлә» тиһәм, эшләй.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 7:8
12 Iomraidhean Croise  

Шуға күрә ҡаршыңа барырға үҙемде лайыҡлы һанаманым. Һүҙ генә әйт һәм хеҙмәтсем һауығасаҡ.


Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Ғайса хайран ҡалған һәм Үҙе артынан килгән халыҡҡа боролоп: – Һеҙгә шуны әйтәм: хатта Израиль халҡында был тиклем ышаныуҙы күрмәгәйнем, – тигән.


Павел иһә, йөҙбашыларҙың береһен саҡырып: – Был егетте ғәскәриҙәр башлығы янына алып бар, уның әйтәһе һүҙе бар, – тине.


Ғәскәриҙәр башлығы ике йөҙбашын саҡырып алды. Уларға: – Ике йөҙ йәйәүле, етмеш һыбайлы һәм ике йөҙ уҡсы ғәскәр әҙерләгеҙ. Улар киске сәғәт туғыҙҙа Кесарияға китһен.


«Клавдий Лисийҙан мөхтәрәм идарасы Феликсҡа сәләм!


Шулай итеп, ғәскәриҙәр, үҙҙәренә бирелгән әмерҙе үтәп, төндә Павелды Антипатридаға алып китте.


Ә йөҙбашына Павелды һаҡ аҫтында тоторға, ләкин дуҫтарының уға хеҙмәт күрһәтеүенә ҡамасауламаҫҡа, тигән әмер бирҙе.


Ләкин уның хаҡында императорға нимә яҙырға ла белмәйем. Шуға күрә, тикшергәндән һуң яҙырлыҡ берәй нәмә булһын ине тип, мин уны һеҙҙең алдығыҙға, бигерәк тә, Агриппа батша, һинең ҡаршыңа килтерҙем.


Ҡолдар, донъялағы хужаларығыҙға бөтөн нәмәлә лә буйһоноғоҙ, ярамһаҡтар кеүек күҙ буяу өсөн генә түгел, ә Алланан ҡурҡып, ысын күңелдән хеҙмәт итегеҙ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan