7 Шуға күрә ҡаршыңа барырға үҙемде лайыҡлы һанаманым. Һүҙ генә әйт һәм хеҙмәтсем һауығасаҡ.
7 Шуға күрә ҡаршыңа барырға үҙемде лайыҡлы һанаманым. Бер һүҙ генә әйт – хеҙмәтсем һауығасаҡ.
Һәммәһе лә хайран ҡалды. Бер-береһенән: – Нимә булды был? – тип һораша башланылар. – Ниндәйҙер өр-яңы тәғлимәт... Уның шаҡшы рухтарға ла бойороҡ бирерлек хакимлығы бар, ә тегеләре Уға буйһона!
Был хәлгә бөтөнөһө лә таң ҡалған һәм: – Был ни хәл? Ул хакимлыҡ һәм ҡөҙрәт менән шаҡшы рухтарға бойороҡ бирә, ә улар кешенең эсенән сыға, – тип һөйләшкәндәр.
Ғайса ҡулын һуҙып уға ҡағылған: – Эйе, теләйем. Таҙарын! Шунда уҡ уның махауы юҡҡа сыҡҡан.
Ғайса аҡһаҡалдар менән киткән. Өйөнә етеп килгән саҡтарында, йөҙбашы Ғайсаға үҙенең дуҫтарын ебәргән һәм: – Мәшәҡәтләнмә, Әфәндем! Һине үҙ өйөмдә ҡабул итергә лайыҡ түгелмен, – тип әйтергә ҡушҡан. –
Мин үҙем дә башҡа берәүгә буйһонам һәм ҡул аҫтымда ғәскәриҙәр бар. Уларҙың берәйһенә: «Кит» тиһәм, китә, икенсеһенә «Кил» тиһәм, килә, хеҙмәтсемә: «Ошоно эшлә» тиһәм, эшләй.