Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 7:6 - Инжил

6 Ғайса аҡһаҡалдар менән киткән. Өйөнә етеп килгән саҡтарында, йөҙбашы Ғайсаға үҙенең дуҫтарын ебәргән һәм: – Мәшәҡәтләнмә, Әфәндем! Һине үҙ өйөмдә ҡабул итергә лайыҡ түгелмен, – тип әйтергә ҡушҡан. –

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

6 Ғайса аҡһаҡалдар менән китте. Өйөнә етеп килгән саҡтарында, йөҙ башы Ғайсаға үҙенең дуҫтарын ебәрҙе һәм: – Мәшәҡәтләнмә, Әфәндем! Мин Һине үҙ өйөмдә ҡабул итергә лайыҡ түгелмен, – тип әйтергә ҡушты. –

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 7:6
15 Iomraidhean Croise  

Әҙәм Улы ла бит Үҙенә хеҙмәт иттерер өсөн килмәне. Үҙе хеҙмәт итергә һәм, күптәрҙе йолоп алыр өсөн, Үҙ ғүмерен йолом итеп бирергә тип килде, – тине.


Мин, тәүбә итеүегеҙҙе раҫлап, һеҙҙе һыуға сумдырам. Әммә минән һуң Килеүсе ҡөҙрәтлерәк. Мин Уның аяҡ кейемен күтәреп йөрөргә лә лайыҡ түгел. Ул һеҙҙе Изге Рухҡа һәм утҡа сумдырыр.


Ғайса уның менән китте. Уға, һәр яҡтан ҡыҫырыҡлап, күп халыҡ эйәреп барҙы.


Симон Петр был хәлде күреп: – Хужам, кит минең янымдан! Мин – гонаһлы, – тип Ғайсаның тубыҡтарына йығылған.


Улар, Ғайса янына килеп, ихлас үтенеп һораған: – Йөҙбашы Һинең ярҙамыңа лайыҡ,


сөнки ул халҡыбыҙҙы ярата һәм беҙгә ғибәҙәтхана һалдырҙы.


Шуға күрә ҡаршыңа барырға үҙемде лайыҡлы һанаманым. Һүҙ генә әйт һәм хеҙмәтсем һауығасаҡ.


Ғайса ошо һүҙҙәрҙе әйткән саҡта ғибәҙәтхана башлығының өйөнән кемдер килеп башлыҡҡа: – Ҡыҙың вафат булды, остазды бүтән мәшәҡәтләмә, – тип әйткән.


Алла назаралы Ғайсаны Изге Рух менән һуғарып, Уға ҡөҙрәт бирҙе. Ғайса, яҡшылыҡ ҡылып, Иблис йонсотҡан кешеләрҙе һауыҡтырып йөрөнө, сөнки Алла Уның менән булды.


Раббыға буйһоноғоҙ, һәм Ул һеҙҙе юғары күтәрер.


Әммә Алла бирә торған мәрхәмәт тағы ла ҙурыраҡ. Бына шуға күрә Изге Яҙмала: «Алла тәкәбберҙәргә ҡаршы тора, ә тыйнаҡтарға мәрхәмәтен бирә», – тип әйтелгән.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan