Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 7:44 - Инжил

44 Унан ҡатынға табан борола биреп һүҙен дауам иткән: – Был ҡатынды күрәһеңме? Мин һинең өйөңә килдем, һин аяҡ йыуырға һыу бирмәнең. Ә ул аяҡтарымды күҙ йәштәре менән сылатты, сәстәре менән һөртөп алды.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

44 Унан, ҡатынға табан борола биреп, һүҙен дауам итте: – Был ҡатынды күрәһеңме? Мин һинең өйөңә килдем, һин аяҡ йыуырға һыу ҙа бирмәнең. Ә ул аяҡтарымды күҙ йәштәре менән сылатты, сәстәре менән һөртөп алды.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 7:44
11 Iomraidhean Croise  

Ул илай-илай Ғайсаның артында баҫып торған, күҙ йәштәре Уның аяҡтарына тамған. Ҡатын Ғайсаның аяҡтарына тамған күҙ йәштәрен сәстәре менән һөртөп, аяҡтарын үбә-үбә майлаған.


– Бурысы күберәк бәхилләнгәнелер, тип фараз итәм, – тип яуап биргән Симон. Ғайса уға: – Һин дөрөҫ уйлайһың, – тигән.


Шунан тасҡа һыу ҡойоп, шәкерттәренең аяҡтарын йыуа башланы, йыуған береһен билендәге таҫтамал менән һөртә барҙы.


ул үҙенең изге эштәре менән билдәле, йәғни балалар тәрбиәләп үҫтергән, ҡунаҡсыллыҡ күрһәткән, имандаштарына хеҙмәтсе кеүек булған, ауырлыҡ күргәндәргә ярҙам иткән һәм үҙен һәр төрлө яҡшы эшкә бағышлаған.


Һеҙ иһә фәҡирҙе кәмһеттегеҙ. Һеҙҙе йәберләгән һәм хөкөм алдына һөйрәгән кешеләр байҙар түгелме ни?


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan