Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 7:21 - Инжил

21 Тап шул ваҡытта Ғайса күптәрҙе сирҙәренән, көслө ауырыуҙарынан, шаҡшы рухтарҙан һауыҡтырған һәм байтаҡ ҡына һуҡырҙарҙы күҙле иткән.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

21 Тап шул ваҡытта Ғайса күптәрҙе сирҙәренән, ҡаты зәхмәттәрҙән, яуыз рухтарҙан һауыҡтырғайны һәм байтаҡ ҡына һуҡырҙарҙы күҙле иткәйне.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 7:21
12 Iomraidhean Croise  

Ғайса, ғибәҙәтханаларҙа өйрәтеп һәм Күктәр Батшалығы хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп, халыҡты барлыҡ ауырыуҙарынан, сырхауҙарынан һауыҡтырып, бар Галилеяны йөрөп сыҡты.


Уның тураһындағы хәбәр бөтә Сүриәгә таралды. Янына барса сырхауҙарҙы, төрлө ауырыуҙарҙан, интектергес сирҙәрҙән яфаланғандарҙы, ен эйәләшкәндәрҙе, илереүселәрҙе һәм паралич һуҡҡандарҙы алып килделәр. Ғайса уларҙы һауыҡтырҙы.


Ул күптәрҙе һауыҡтырғанлыҡтан, барлыҡ сирлеләр ҙә этешеп-төртөшөп Уға ҡағылырға уҡталды.


Шунда уҡ ҡан ағыуы туҡтаны, ул һауыҡҡанын тойҙо.


– Ҡыҙым! Һине ышаныуың һауыҡтырҙы. Бар, имен йөрө, сиреңдән һауыҡтың, – тине уға Ғайса.


Улар Ғайса янына килгәс: – Сумдырыусы Яхъя Һинән: «Килергә тейеш Ҡотҡарыусы Һинме, әллә башҡа берәүҙе көтәйекме?» – тип һорарға ебәрҙе, – тигәндәр.


Раббы Үҙе яратҡан кешеләрҙе тәрбиәләй, Үҙе ҡабул иткән улдарына яза бирә», – тигән ҡеүәтләү һүҙҙәрен онотҡанһығыҙ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan