2 Бер йөҙбашының бик ихтирам иткән хеҙмәтсеһе ауырып, үлем хәлендә ятҡан.
2 Бер йөҙ башының бик ихтирам иткән хеҙмәтсеһе, ауырып, үлем хәлендә ята ине.
Йөҙбашы һәм уның менән бергә Ғайсаны һаҡлаусы ғәскәриҙәр, ер тетрәүҙе һәм башҡа хәлдәрҙе күреп, ҡоттары осоп: – Ул ысынлап та Алла Улы булған икән! – тиештеләр.
Ошо хәлдәрҙе күреп торған йөҙбашы Алланы данлап: – Был Кеше, ысынлап та, тәҡүә Кеше булған икән, – тип әйткән.
Халыҡҡа әйтә торған һүҙҙәрен һөйләп бөткәндән һуң, Ғайса Капернаумға килгән.
Йөҙбашы, Ғайса тураһында ишетеп, хеҙмәтсеһен ҡотҡарыу үтенесе менән йәһүд аҡһаҡалдарын Уға ебәргән.
Яирҙың ун ике йәштәр тирәһендәге берҙән-бер ҡыҙы үлем хәлендә ята икән. Яирҙың өйөнә барған саҡта, Ғайсаны төрлө яҡтан халыҡ ҡыҫырыҡлап алған.
Кесарияла Италия полкы тип аталған ғәскәрҙә йөҙбашы булып хеҙмәт иткән Корнилий исемле бер кеше бар ине.
Фәрештә киткәс, Корнилий хеҙмәтселәренең икеһен һәм шәхси ғәскәриҙәре араһынан диндар булған берәүһен саҡырып алды.
Йөҙбашы, быны ишеткәс, ғәскәриҙәр башлығына барып: – Һин нимә эшләйһең? Был бит Рим гражданы, – тине.
Павел иһә, йөҙбашыларҙың береһен саҡырып: – Был егетте ғәскәриҙәр башлығы янына алып бар, уның әйтәһе һүҙе бар, – тине.
Беҙҙе Италияға оҙатырға ҡарар ҡылынғас, Павелды һәм тағы бер нисә тотҡондо император полкының Юлий атлы йөҙбашына тапшырҙылар.
Икенсе көндө Сидон ҡалаһына килеп еттек. Юлий, Павелға кешелеклелек күрһәтеп, уға дуҫтары янына барырға һәм уларҙың хәстәрлегенән файҙаланырға рөхсәт итте.
Әммә йөҙбашы, Павелды ҡотҡарып ҡалырға теләп, уларҙы туҡтатты һәм тәүҙә йөҙә белгәндәргә һыуға ырғырға һәм ярға сығырға ҡушты.
Ҡолдар, донъялағы хужаларығыҙға бөтөн нәмәлә лә буйһоноғоҙ, ярамһаҡтар кеүек күҙ буяу өсөн генә түгел, ә Алланан ҡурҡып, ысын күңелдән хеҙмәт итегеҙ.