Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 7:19 - Инжил

19 уларҙы Раббыға ебәргән: – Килергә тейеш булған Ҡотҡарыусы Һинме, әллә башҡа берәүҙе көтәйекме? – тип һорарға ҡушҡан.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

19 уларҙы Раббы Ғайсаға ебәрҙе: – Килергә тейеш булған Ҡотҡарыусы Һинме, әллә башҡа берәүҙе көтәйекме? – тип һорарға ҡушты.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 7:19
38 Iomraidhean Croise  

Ул ун ике шәкертен саҡырып алып, уларға шаҡшы рухтар өҫтөнән вәкәләт биреп, икешәрләп-икешәрләп кешеләр араһына сығарып ебәрҙе.


Шунан һуң Раббы Ғайса, тағы етмеш ике шәкертте һайлап алып, барырға ниәтләгән һәр ҡала һәм ауылдарға уларҙы Үҙе алдынан икешәрләп ебәргән.


Бер ваҡыт Ғайса ниндәйҙер урында доға ҡылған. Ул доға ҡылып бөткәндән һуң, шәкерттәренең береһе: – Хужам, Яхъя үҙенең шәкерттәрен өйрәткән кеүек, беҙҙе лә доға ҡылырға өйрәт әле, – тип һораған.


Әммә Раббы Ғайса уға былай тигән: – Һеҙ, фарисейҙар, кәсәнең һәм табаҡтың тышын таҙартаһығыҙ, ә үҙегеҙҙең эсегеҙ ҡомһоҙлоҡ һәм яуызлыҡ менән тулы.


Раббы Ғайса иһә былай тигән: – Ә ышаныслы һәм аҡыллы идарасы ниндәй була? Әйтәйек, ризыҡты үҙ ваҡытында өләшеү өсөн, хужа бер хеҙмәтсеһен башҡалары өҫтөнән ҡуя.


Раббы Ғайса: – Ике йөҙлөләр! Һеҙҙең ҡайһынығыҙ шәмбе көнө үгеҙен йәки ишәген утлыҡсанан айырып, һыу эсерергә алып бармай?


Илселәр Раббы Ғайсаға: – Иманыбыҙҙы арттыр, – тигәндәр.


Раббы былай тигән: – Әгәр һеҙҙең горчица орлоғо хәтлем генә иманығыҙ булып, ошо тут ағасына: «Тамырың менән ҡуптарылып сыҡ та, үҙеңде диңгеҙгә күсереп ултырт», – тиһәгеҙ, ул шулай эшләр ине.


Раббы Ғайса былай тип тамамлаған: – Намыҫһыҙ хөкөмдарҙың нимә уйлағанына иғтибар иттегеҙме?


Закхей иһә тороп, Раббы Ғайсаға: – Хужам! Мөлкәтемдең яртыһын фәҡирҙәргә өләшермен, әгәр ҙә берәйһен алдаған булһам, дүртләтә ҡайтарып бирермен, – тигән.


Раббы Ғайса боролоп Петрға ҡараған һәм Петр Уның: «Бөгөн әтәс ҡысҡырғансы, һин Минән өс тапҡыр ваз кисәсәкһең», – тигән һүҙҙәрен иҫенә төшөргән.


Былар бөтәһе лә: – Раббы, ысынлап та, үленән терелеп торған һәм Симонға күренгән, – тип һөйләгән.


Раббы Ғайса, ҡатынды күргәс, уны йәлләп: – Илама, – тигән.


Улар Ғайса янына килгәс: – Сумдырыусы Яхъя Һинән: «Килергә тейеш Ҡотҡарыусы Һинме, әллә башҡа берәүҙе көтәйекме?» – тип һорарға ебәрҙе, – тигәндәр.


Мәрйәм – Раббының аяҡтарына хуш еҫле май һылап, сәстәре менән һөртөп алған ҡатын, ә сирле уларҙың ҡустылары ине.


Фарисейҙар Ғайсаның Яхъяға ҡарағанда күберәк шәкерттәр йыйғаны һәм уларҙы һыуға сумдырғаны тураһында ишетте


Ҡатын Уға: – Мәсихтең (йәғни Май һөртөлгән Заттың) килерен беләм. Ул килгәс, беҙгә бөтәһен дә аңлатып бирер, – тине.


Кешеләр Раббы Ғайса шөкөрана итеп биргән икмәкте ашаған урындан алыҫ булмаған Тивериада ҡалаһынан бүтән кәмәләр ҙә килеп туҡтаны.


Мин Үҙемдең ике шаһитыма шундай вәкәләт бирермен: улар, матәм кейемдәре кейеп, бер мең ике йөҙ алтмыш көн буйы пәйғәмбәрлек итерҙәр.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan