Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 7:16 - Инжил

16 Бөтәһе лә ҡурҡып ҡалған һәм: – Арабыҙҙан бөйөк пәйғәмбәр сыҡты. Алла үҙ халҡына ярҙамға килде, – тип Алланы данлаған.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

16 Бөтәһе лә ҡурҡып ҡалды һәм: – Арабыҙҙан бөйөк пәйғәмбәр сыҡты. Алла Үҙ халҡына ярҙамға килде, – тип Алланы данланы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 7:16
31 Iomraidhean Croise  

Телһеҙҙәрҙең һөйләшеүен, ғәриптәрҙең һауығыуын, аҡһаҡтарҙың атлап китеүен һәм һуҡырҙарҙың күҙҙәре асылыуын күреп, халыҡ таң ҡалды һәм Израиль Аллаһын данланы.


– Был – Ғайса, Галилеялағы Назаранан килгән пәйғәмбәр, – тип яуап бирҙе халыҡ.


Ҡатындар, ҡурҡып, шул уҡ ваҡытта бик ныҡ шатланып, ҡәбер янынан тиҙ генә китә һалдылар һәм Уның шәкерттәренә хәбәр итергә йүгерҙеләр.


Быны күреп торған халыҡ ҡурҡыуға төштө һәм кешеләргә ошондай хакимлыҡ биргән Алланы данланы.


Зәкәриә менән Елизаветаның бар күрше-күләне ҡурҡыуға төшкән, ә Йәһүҙиәнең таулы ерҙәре буйлап ошо ваҡиғаларҙың барыһы тураһында хәбәр таралған.


– Раббыны, Израилдең Аллаһын данлайыҡ! Ул халҡына ярҙамға килде һәм уны азат итте,


Һине емерерҙәр, һиндә йәшәүселәрҙе ҡырырҙар, таш өҫтөндә таш ҡалдырмаҫтар, сөнки һин яныңа Алла килеп ҡотҡарған ваҡытты белмәнең.


Көтөүселәр, ишеткән һәм күргәндәренең барыһы өсөн дә Алланы данлап һәм маҡтап, көтөүҙәре янына ҡайтҡан. Барыһы ла фәрештә әйткәнсә булған.


– Ниндәй хәл? Шәкерттәр Уға: – Назаралы Ғайса менән булған хәл, Ул Алла алдында ла, бөтә халыҡ алдында ла, һүҙҙә лә, ғәмәлдә лә ҡөҙрәтле пәйғәмбәр ине.


Барыһы ла таң ҡалған, Алланы данлағандар һәм ҡоттары алынып: – Беҙ бөгөн иҫ киткес нәмәләр күрҙек, – тигәндәр.


Симон Петр был хәлде күреп: – Хужам, кит минең янымдан! Мин – гонаһлы, – тип Ғайсаның тубыҡтарына йығылған.


Үлгән егет тороп ултырған һәм һөйләшә башлаған. Ғайса әсәһенә улын ҡайтарып биргән.


Ғайсаны ашҡа саҡырған фарисей быны күреп: «Әгәр ул пәйғәмбәр булһа, үҙенә ҡағылған ҡатындың ниндәй икәнлеген белер ине. Ул бит әхлаҡһыҙ», – тип уйлаған.


Гераса ере тирәһендәге бөтә халыҡты ҡурҡыу солғап алған, шуның өсөн улар Ғайсаның үҙҙәренең еренән китеүен һораған. Ул кәмәгә ултырып ҡайтырға ҡуҙғалғанда,


– Берәүҙәр Һине Сумдырыусы Яхъя ти, икенселәре – Ильяс, ә ҡайһылары боронғо пәйғәмбәрҙәрҙең береһе терелеп торған тип уйлай, – тип яуап биргәндәр Уға.


Улар: – Кем һуң һин? Ильясмы? – тип һораны. – Юҡ, – тине Яхъя. – Вәғәҙә ителгән Пәйғәмбәрме? – Юҡ, – тип яуапланы ул йәнә.


– Һин Мәсих тә, Ильяс та, вәғәҙә ителгән Пәйғәмбәр ҙә булмағас, ни өсөн һыуға сумдырыу йолаһын башҡараһың? – тип һоранылар.


– Әфәндем! Күрәм, Һин пәйғәмбәр.


Ғайса ҡылған мөғжизәне күреп, кешеләр: – Донъяға килергә тейеш булған Пәйғәмбәр ысынлап та Ул икән! – тиешә башланы.


Элекке һуҡырҙан: – Һин, Ул минең күҙҙәремде асты, тиһең. Кем Ул, һинеңсә? – тип тағы ла һораштылар. – Пәйғәмбәр, – тине теге кеше.


Ошо һүҙҙәрҙе ишеткәс, Анания йығылып китте лә йән бирҙе. Был хәл тураһында хәбәрҙар булған кешеләрҙең ҡото осто.


Израиль халҡына: «Алла һеҙгә нәҫелегеҙҙән минең кеүек Пәйғәмбәр сығарасаҡ», – тип әйткән дә шул Муса.


Һәм минең өсөн Алланы данлағандар.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan